Асыштарға юл асыҡ

Асыштарға юл асыҡ 03.10.2014

Хәҙер ғилми эҙләнеүҙәр менән шөғөлләнеүсе һәр кем юғары технологиялы ҡоролмаларҙа тәжрибә үткәрә  ала.

Яңы үҙәк  «Нефть һәм химия эшкәртеү институты» дәүләт унитар предприятиеһы  базаһында урынлашҡан, бөгөн уның мөмкинлектәре менән  бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ предприятиелары вәкилдәре  танышты. Республикала ҡеүәтле  заводтарҙан тыш йөҙҙәрсә  бәләкәй һәм уртаса предприятие нефть һәм химия продукцияһы етештерә.  Уларға ярҙам итеү өсөн былтыр  махсуслаштырылған бәләкәй тоннажлы нефть химияһы кластеры ойошторолған. Тәүҙә унда ни бары 15 предприятие инһә, хәҙер уларҙың һаны 30-ға еткән.  Бәләкәй тоннажлы тауар сығарыусылар өсөн төп талап - баҙар шарттарына яраҡлашыу һәм конкурентлыҡҡа һәләтле  продукция етештереү. Тәжрибәләр үткәреү, асыштар яһау өсөн юғары технологиялы ҡоролмалар талап ителә. Яңы үҙәк ошо проблеманы тулыһынса хәл итә, бында ҡиммәтле һәм үҙенсәлекле  комплекстар ҡуйылған, Рәсәйҙә уларҙың тиңе юҡ.
Алексей Карпухин, Башҡортостандың сәнәғәт һәм инновация сәйәсәте министры: «Был үҙәкте   бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ өсөн технопарк тип әйтергә мөмкин.  Ҡоролмаларҙа һыу, асфальт сифатын  тикшерергә лә,  башҡа ғилми тикшеренеүҙәр үткәрергә лә мөмкин. Иң мөһиме  - бар тәжрибәләрҙе бушлай үткәрергә була. Үҙәктең ишеге студенттар өсөн дә, фән юлына яңы аяҡ баҫҡан аспиранттарға ла асыҡ.  Уларҙың  проекттары булыуы ғына мөһим».
Беренсе корпуста  52 лаборатория, икенсе корпуста тағы 22 ҡоролма урын алған. Технопаркта лаборатория тикшереүҙәре үткәрергә мөмкин.  Ҙур булмаған предприятиелар проектлау өсөн  аҡса ла аласаҡ. Нефть һәм газ сеймалынан 500-ләп төр продукция  етештерергә мөмкин, ҡыҙғанысҡа әле Республикала был  һан 100-ҙән артмай.  Ҡалған 400 тауарҙы инде сит илдәрҙә беҙҙең сеймалдан яһайҙар.Үҙәк бәләкәй һәм урта предприятиеларҙы яңы асыштарға этәрер һәм улар яңы продукция төрҙәре сығара башлар тип көтөлә.  

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку