Асҡарҙа ике ҡатлы «Миләш» балалар баҡсаһы файҙаланыуға тапшырылды

Асҡарҙа ике ҡатлы «Миләш» балалар баҡсаһы файҙаланыуға тапшырылды 09.10.2014

Үҙенсәлекле проекты менән айырылып торған учреждениела йәш быуын өсөн бар шарттар тыуҙырылған.

Ике-өс йыл элек кенә Әбйәлил районында кескәйҙәрҙе балалар баҡсаһына урынлаштырыу иң ҙур проблемаларҙың береһе ине. Оҙайлы сираттан айырыуса Асҡарҙа йәшәүсе ата-әсәләр ыҙа сикте. Шулай ҙа былтыр көнүҙәк мәсьәлә күп ауылдарҙа ыңғай хәл ителә башланы. Республика көнө алдынан район үҙәгенең Көнсығыш-2 биҫтәһендә лә 139 урынға иҫәпләнгән балалар баҡсаһы сафҡа инде.

Балалар баҡсаһы республика адреслы инвестиция проекты сиктәрендә төҙөлдө. Сметаһы яҡынса 80 миллион һумға баһаланған объект бер йыл эсендә сафҡа инде. Заманса итеп төҙөлгән баҡсала балалар матур тәрбиә алһын, һау-сәләмәт булып үҫһен өсөн барлыҡ уңайлыҡтар ҡаралған.

Алты төркөмгә бүленәсәк кескәйҙәр менән махсус белеме булған туғыҙ тәрбиәсе, бер физкультура уҡытыусыһы, музыка етәксеһе, логопед, психолог шөғөлләнәсәк. Бәләкәстәрҙең һаулығын хәстәрләүгә шәфҡәт туташы ла бар. Ашнаҡсылар иһә балаларҙы тәмле ризыҡтары менән ҡыуандырасаҡ.

Республика Президенты 2015 йылға мәктәпкәсә учреждениеларға сират тулыһынса бөтөрөләсәк тип белдергәйне. Ҡуйылған бурысты Әбйәлилдәр йыл аҙағына тиклем хәл итергә йыйына. Әле төбәктең тағы бер нисә ауыл бәләкәстәрен баҡсалы итеү буйынса эштәр бара.

И.Байбулатов


Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика