Ҡариҙел ҡасабаһының 1се һәм 2 се мәктәбе уҡыусыларынан торған йыйылма команда Сочи ҡалаһында үткән ҡышҡы кадет сборынан еңеү менән ҡайтты 24.12.2015

Яҡташтарыбыҙ биш көн дауам иткән спорт һәм фән форумында тәүге тапҡыр ҡатнашыуына ҡарамаҫтан, дәғүәселәрен күпкә артта ҡалдырҙы. Сбор программаһындағы ҡайһы бер үҙгәрештәр ҙә Ҡариҙелдең егет һәм ҡыҙҙарының еңеүгә ынтылышын кәметә алманы.  

12 егет һәм ҡыҙҙы тыуған мәктәптәрендә геройҙар кеүек ҡаршы алалар. Улар Ҡариҙел районы һәм республиканың данын ил кимәлендә күтәреүселәр. Сочи ҡалаһынан үҫмерҙәр ике кубок һәм 17 диплом алып ҡайта. Бынан тыш, улар 22-се ҡышҡы Олимпия уйындары объекттары һәм башҡа иҫтәлекле урындар менән таныша.
Ләкин бер еңеү ҙә бушлай бирелмәй. Үҫмерҙәр көн дә тиерлек мәктәп спорт залында күнекмәгә йыйыла. Үҙҙәренә оҡшаған баскетбол, воллейбол менән бергә уҡыусылар физик әҙерлеккә лә иғтибар бүлә. Уңышҡа өлгәшеү өсөн иң мөһиме берҙәм булырға кәрәк, ти уҡыусылар.
Команда татыу булыуына ҡарамаҫтан, Ҡариҙел үҫмерҙәре шәхси ярыштарҙа ла һынатмаған. Айрат Ғарифуллин мәҫәлән, интеллектуаль уйындарҙа беренселек яулаған, ә Алһыу Яҡупова өҫтәл теннисында үҙенә бер кем де лә яҡынлатмаған. Команда шулай уҡ баскетболға ла етди әҙерләнеп барған, ләкин урында дисциплина мини-футболға үҙгәреүен белгән. Шуға ҡарамаҫтан, егеттәр бирешмәгән, көсөргәнешле көрәштә Ҡабарҙы-Балҡар командаһын 3-кә 2 иҫәбенә ота.
Сочиҙа Ҡариҙел үҫмерҙәренә диплом һәм кубоктарҙы тағы бер абруйлы яҡташыбыҙ - Рәсәй геройы Владимир Әлимов тапшыра. Егет-ҡыҙҙарға уның менән танышыу ҙа ныҡ тәҫьир иткән. Данлыҡлы летчик ҡыҙыу нөктәләрҙә хеҙмәт итеп, һалдаттарҙы ҡотҡарған. Команда ағзалары ла киләсәктә мәктәп ғорурлығы булыр тип ышана уҡытыусылар.
Ҡариҙел йәштәренең күңелен бер нәмә генә ҡыра - улар хәрби йыр һәм строй әҙерлеге конкурсында ҡатнаша алмай, сөнки уларҙың формаһы булмаған. Ләкин инде киләһе йыл егет- ҡыҙҙар был дисциплинала ла иң-иңдәр булыуын иҫбатларға йыйына.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика