Андроид өсөн русса- башҡортса һүҙлек 11.07.2015

Уны Өфө ҡалаһы Орджоникидзе районының 83-cө лицейы уҡыусыһы Кирилл Тюрганов уйлап тапҡан. Әлегә ҡулланмала  дүрт меңдән ашыу һүҙ бар. Яңы программа башҡорт телен өйрәнергә теләүселәргә ысын табыш булмаҡсы.      

Киләсәк өсөн рус һәм башҡорт телдәрен өйрәнеү мотлаҡ. Ил Президенты Өфөлә үткән халыҡ-ара саммиттарҙы йомғаҡлаған матбуғат  конференцияһында шулай тип белдерҙе. Рус теле халыҡ-ара телгә әйләнеп бара, ә бына башҡорт телен белеүселәр һаны менән  әлегә маҡтанып булмай.
Туған телебеҙҙе һаҡлау, ҡәҙерләү һәм уны киләсәк быуындарға еткереү өсөн башҡараһы эштәр байтаҡ. Туғыҙынсы класты тамамлаған  Кирилл Тюрганов андроид телефон өсөн  башҡортса һүҙлек уйлап тапҡан.
Әлегә һүҙлеккә дүрт меңдән ашыу  һүҙ индерелгән. Программа авторы билдәләүенсә,  андроид өсөн эшкәртелгән ҡулланма бик уңайлы. Унда һүҙҙе башҡортса яҙһаң да, русса яҙһаң да тәржемәһе килеп сыға. Һүҙлекте тулыландырыуҙа һәр кем ҡатнаша ала.  Индерелгән һүҙҙәр модератор тикшереүе аша үтә.  
Кирилл Тюрганов, андроид өсөн башҡортса һүҙлек программаһы авторы: «Программаны эшкәртеүҙә бер аҙ ауырлыҡтар булды. Шулай ҙа тәүге версияһын бер көн эсендә  төҙөнөк. Уны инетренето булмаған ерҙә лә ҡулланырға мөмкин. Мин был эшемде башҡорт телен һәм мәҙәниәтен һаҡлау өсөн башҡарҙым».
Программаны эшләүгә мәктәптә башҡорт телен өйрәнеү этәргес булған. Телде төплө үҙләштерергә теләгән үҫмер ошондай программа эшләргә ҡарар итә.
Анатолий Тюрганов, Кириллдың атаһы: «Башҡорт теле буйынса өйгә эш әҙерләү ауыр була торғайны. Беҙҙең башҡорт телен белгән туғандарыбыҙ ҙа юҡ.  Дуҫтар, күршеләр ярҙам итә ине. Андроид өсөн рус- инглиз һүҙлектәре бар бит. Уйланыҡ та,  башҡортсаһын үҙебеҙ эшләргә булдыҡ».    
Йәш программистың эше  «IT -мәктәп көслөләрҙе һайлай» федераль конкурсында, «Социаль проект» номинацияһында беренсе урын алған. Әлегә һүҙлек  менән класташтары, таныштары ҡуллана.
Александр Гильдин,  информатика уҡытыусыһы: « Кирилл менән был программаны камиллаштырыу өҫтөндә эшләйәсәкбеҙ. Һүҙлекте тауышландыраһы бар. Телде өйрәнеүсе һүҙҙең дөрөҫ яңғырашын да ишетергә тейеш».  
һүҙлек  системаһына  башҡортса хәрефтәр ҙә  беркетелгән, тимәк телефонында  башҡорт клавиатураһы булмаған кеше лә уның менән ҡуллана ала. Программаны андроидҡа күсереп алырға теләүселәр уны  fishtalk.tk/store     флишталк нөктә . тк. ауыш һыҙыҡ сторе   сайтында таба ала.
Һүҙҙәрҙең тәржемәһен   русса-башҡортса ошо  һүҙлектән эҙләргә күнеккәнбеҙ. Башҡортостан фәндәр академияһы академигы Зиннур Ураҡсин  редакцияһында нәшер ителгән ике томдағы һүҙлектә алтмыш меңдән ашыу һүҙ бар.  Тик уларҙы үҙең менән алып йөрөп булмай. Тиҙ арала һүҙҙең тәржемәһен белеү өсөн хәҙер андроидтағы Башҡорт һүҙлегенән ҡарарға була.
Рәмилә Исмәғилева

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика