Ҡандра ҡасабаһында «Бәләкәй Нобель премияһы»н тапшырыу тантанаһы үтте

Ҡандра ҡасабаһында  «Бәләкәй Нобель премияһы»н тапшырыу тантанаһы үтте 20.12.2016

Быйыл наградаға 12 уҡыусы лайыҡ булды.  Бәйге мәктәп уҡыусылары араһында  ике йәш төркөмөндә үткәрелә. Премияның  конкурс комиссияһына Ҡандра ауыл биләмәһенә ҡараған мәктәптәрҙән 126 ғариза ҡабул ителгән.

Конкурстың икенсе этабына 68 уҡыусы үткән. Еңеүселәр алты номинация буйынса баһаланған. Теүәл һәм гуманитар фәндәр өйрәнеүҙә,  ижадта һәм спортта юғары уңыштарға ирешеүсе уҡыусыларға дипломдар, аҡсалата сертификаттар һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды.  
Премия  төбәктә дүртенсе йыл рәттән тапшырылып килә. Уны ойоштороусылар «Нефтегаз» компаниялар төркөмө, Башҡортостандың фән, мәҙәнәиәт һәм һаулыҡ һаҡлау өлкәһе хеҙмәткәрҙәре, Туймазы районы хакимиәте. Сараның  маҡсаты - һәләтле йәштәрҙе асыҡлау һәм  үҫтереүгә булышлыҡ итеү.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика