Ҡалтасы районы үҙәгендә капиталь ремонттан һуң 1-се урта мәктәп файҙаланыуға тапшырылды 31.08.2016

1960 йылда һалынған иҫке бинаның төҙөкләндерелеүен төбәк халҡы күптән көткән.  Күләмле эштәр барыуға ҡарамаҫтан, мәғариф усағында уҡытыу процессы туҡтатылмаған. Бынан тыш, мәктәптең яңы корпусы ла ҡалҡып сыҡҡан. Унда уҡыу бүлмәләре, ашхана, китапхана, тамаша һәм спорт залдары урынлашҡан.

Эштәр башлыса бюджеттан тыш сығанаҡтар иҫәбенә башҡарылған. Атап әйткәндә, «Башнефть» һәм «Транснефть» компаниялары  финанс яҡтан ҙур ғына ярҙам күрһәткән.
Ҡалтасы районы халҡы шулай уҡ сифатлы эсәр һыу менән дә тәьмин ителде. Сосновка- Красный Холм ауылдары араһындағы һыуүткәргес «Башнефть» компанияһы ярҙамында төҙөкләндерелгән. Заманса һыу алыу ҡоролмаһы ер аҫтынан сыҡҡан шишмә биләмәһендә урынлаштырылған. Ул  сәғәтенә 70 кубометрға тиклем йәшәү сығанағы етештереү ҡеүәтенә эйә. Тикшереү һөҙөмтәләре һыуҙың сифаты санитар талаптарға тулыһынса яуап биреүен күрһәткән.  

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика