Алдан алынған мәғлүмәттәр буйынса, Башҡортостанда 180 сығарылыш уҡыусыһы һынау иншаһын яҙа алмаған 12.12.2014

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, декабрь башында республикала 21 меңдән ашыу сығарылыш синыф  уҡыусыһы һынау иншаһы яҙҙы. Уның һөҙөмтәләренә ҡарап уҡыусыларға дәүләт имтиханын тапшырыуға рөхсәт биреү хәл ителәсәк. Һынауҙы тапшыра алмағандар иһә тағы ла ике тапҡыр яҙасаҡ. Резерв көндәр - 4-се февраль һәм 6-сы  май.

Әгәр ҙә уҡыусы өс тапҡыр эште башҡара алмай икән, ул Берҙәм дәүләт имтиханына индерелмәй.  Мәктәп тамамлаусының теләге буйынса инша һөҙөмтәләре юғары уҡыу йортона ингәндә иҫәпкә алынасаҡ. Яҡшы баһа ҡуйылған яҙма эш өсөн абитуриентҡа Берҙәм дәүләт имтиханының дөйөм балына 10-ға яҡын балл өҫтәлеүе мөмкин.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика