Ҡала парктарында - I класс уҡыусыларының фотоһүрәттәре

Ҡала парктарында - I класс  уҡыусыларының фотоһүрәттәре 06.09.2014

Бөгөн республиканың тиҫтәгә яҡын ҡалаһында тәүгә мәктәп партаһы артына ултырған балаларҙың фотоларынан аллеялар асылды.

Быйыл республикала 46 мең тирәһе  уҡыусы өсөн  беренсе тапҡыр ҡыңғырау яңғыраны, Өфөлә 1-се синыфҡа килеүселәр һаны 10 мең ярым самаһы. Уларҙың  фотоларын  бөгөн Өфөнөң Сипайлово биҫтәһендәге «Ҡашҡаҙан» паркында күрергә мөмкин ине.  Проект баш ҡаланан  тыш? Стәрлетамаҡ, Ишембай, Нефтекама, Салауат ҡалаларында ла ғәмәлгә ашырыла.  Акцияла илдең башҡа төбәктәре лә ҡатнаша. Был байрамға әҙерлек 1 сентябрҙә үк башлана.  Белем көнөндә  уҡыусылар фотоға төшөрөлә. Һуңынан уларҙан стендтар әҙерләнеп, паркка ҡуйыла. Һәр бер фотоһүрәт аҫтында баланың  үҫкәс кем булырға теләүе хаҡында мәғлүмәт бирелә. Ата-әсәләр фекеренсә, бындай саралар бик кәрәк, сөнки балалар  кескәй саҡтан уҡ үҙҙәренең кәрәклеген белеп, яуаплылыҡ тойоп үҫә.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку