Абитуренттар өсөн ишектәр асыҡ 09.01.2016

Ҡышҡы каникулдар мәлендә сығарылыш синыфтарында белем алыусы йәштәр юғары уҡыу йорттарының мөмкинлектәре менән танышты.

Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты асыҡ ишектәр көнөндә 400ҙән ашыу сығарылыш уҡыусыларын ҡабул итте. Уларға юғары уҡыу йорто буйлап экскурсия ойошторолдо, университет тормошо, уҡытыу йүнәлештәре тураһында фильм күрһәтелде. Белем биреү учреждениеһы хеҙмәткәрҙәре билдәләүенсә һуңғы йылдарҙа педагогия йүнәлешендә уҡырға теләүселәр артҡан. Абитуриенттарға уҡыуға инеү өсөн талаптарҙа әллә ни үҙгәрештәр юҡ. Барыһы ла берҙәм дәүләт имптиханының балдарынан торасаҡ. Бынан тыш, быйыл сығарылыш уҡыусылары уларҙы уҡырға алыу тураһында ғариза яҙырға тейеш буласаҡ. Абитуриенттар ғаризаны ни бары ике университетҡа бирергә генә хоҡуҡлы.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика