«Аҡыллы каникулдар»

«Аҡыллы каникулдар» 12.11.2014

Баймаҡ лицей-интернатында көҙгө каникул мәлендә  эшләгән лагерь шулай тип аталды. Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты менән берлектә ойошторолған лагерҙа Урал аръяғы төбәгенең  дүрт районынан алтмыш бала махсус уҡыуҙарҙа ҡатнашты.

Хәйбулла, Әбйәлил, Баймаҡ һәм Йылайыр райондарынан килгән һәләтле уҡыусылар өсөн юғары уҡыу йорто уҡытыусылары дәрестәр ойошторҙо. Уҡыусыларҙыү күптәре - математика, физика һәм химия буйынса уҙғарылған район һәм республика олимпиадалары  призерҙары. Педагогтар фекеренсә, махсус курстар уларҙың артабанғы үҫеше өсөн шарттар тыуҙырыуға булышлыҡ итә.
Юғары уҡыу йорто вәкилдәре бындай уҡыуҙарҙы республиканың башҡа төбәктәрендә лә үткәреп тора. Һәләтле уҡыусыларҙы ҙур олимпиадаларға әҙерләүҙән тыш,  лагерь программаһында  уҡыусыларҙың ялын файҙалы ойоштороуға ла ҙур иғтибар бүленә.  Балаларға ҡыҙыҡлы кисәләр, спорт ярыштары, дискотекалар уҙғарыла. Лагерь һуңында һәр уҡыусыға әҙерлек курстары үтеүе тураһында махсус сертификаттар тапшырылды.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку