Аҙна яңылыҡтары. Илдә  техник һөнәр эйәләренә ихтыяж арта, ә бына аҡ яғалы клерктарға һорау кәмей 14.05.2017

Был тенденцияны юғары уҡыу йорттарындағы бюджет урындарынан аңларға мөмкин.   Әйткәндәй, түләүһеҙ уҡыу мөмкинлеге яйлап булһа ла йылдан-йыл бөтөрлә. Быйыл да айырым вуздарҙа бакалавриатта бюджет иҫәбенә уҡыу урындары кәмегән. Шуға күрә абитуриенттар араһында конкуренция ла көсәйә. Был күренеш аңлашыла белем биреү хаҡы бит илдең иҡтисади хәленә бәйле. Икенсенән юғары белемлеләр әлеге мәлдә саманан тыш артыҡ.

Рәсәй иң уҡымышлы ил. Халыҡтың 53 проценты дипломлы белгес. Һөҙөмтәлә эшсе һөнәрҙәр етешмәй. Йәғни һин дә мулла, минҙ дә мулла, ә атҡа бесән кем һала? Юғары белемле сувенир һатыусы менән илдең иҡтисадын алға һөйрәп булмаясаҡ. Был йәһәттән ҡарағанда бюджет урындарының ҡыҫҡартылыуын аңларға ла мөмкин. Юғары уҡыу йортары быйыл кемдәрҙе һәм күпме ҡабул итәсәк?
Сығарылыш синыфы уҡыусылары өсөн Берҙәм дәүләт имтихандарын тапшырыу үҙе бер тормош һынауы. Балдар юғары булғанда, вузға бюджетҡа үтеү мөмкинлеге лә киңәйә. Буласаҡ табип, инженер, программистар һәм башҡа һөнәр һайлаусылар әле китап донъяһына сумған. «Йоҡоһоҙ төндәр бушҡа булмаҫ»,- тип ышана аҡыллы баштар.
Бюджет урындарына эләгеү иһә еңелдән түгел, йылдан-йыл квота ҡыҫҡара. Ике баҫҡыслы уҡытыу программаһы, йәғни бакалавриат менән магистратура индерелгәндән һуң, республика вуздарына  абитуриенттар араһында конкуренция бермә-бер артты. Мәҫәлән, Башҡорт дәүләт университетына бакалавриатҡа былтыр 959 абитуриент ҡабул ителгән булһа, быйыл улар яҡынса йөҙгә кәмерәк буласаҡ. Вуз филиалдарына бүленгән квота - 675 урын.
Ә бына магистратураға бюджетҡа ҡабул итеү күрһәткестәре киреһенсә, арта. Бигерәк тә, техник йүнәлештәр буйынса.
Әлегә университеттар коммерция нигеҙендә уҡыуға хаҡтарҙы билдәләү тураһында бойороҡ сығармаған, шулай ҙа быйыл уның күләме юғарыраҡ булыр тип көтөлә. Әйтәйек, былтыр Өфө дәүләт нефть техник университында беренсе курста уҡыу өсөн кәмендә 95 мең һум аҡса талап ителгән.  Юғары уҡыу йорто етәкселеге әйтеүенсә, бөгөн ҙур нефь-газ компаниялары тәҡдиме буйынса биш йыллыҡ уҡытыуҙы үҫтереү юлдары ҡарала. Ун бер йүнәлеш буйынса белгестәр әҙерләнә.
Дипломлы белгестәрҙең артабан эш урындары менән тәьмин ителеүе лә вуздың абруйын билдәләй. Юҡҡа ғына гуманитар йүнәлеш буйынса бюджет урындары кәмемәй.
Йәғни, бакалаврҙар артабан белемен икенсе йүнәлеш буйынса камиллаштыра ала. Хәйер, күптәр диплом алғандан һуң, уғыуын башҡа төбәктәрҙә дауам итеүҙе хуп күрә. Сығарылыш синыф уҡыусылары ла илдең абруйлы вуздарына ашҡына. Уларға уҡырға инеүҙә Мәскәү һәм Санкт-Петербургтағы Башҡортостан студенттары һәм аспиранттары ассоциацияһы ла ярҙамға килә. Йәмәғәт ойошмаһы башлыса көньяҡ-көнсығыш райондар менән эш итә.
Әлеге мәлдә йәмәғәт ойошмаһы Мәскәү һәм Санкт-Петербург ҡалаларында белем алыуын дауам итергә теләгән сығарылыш синыф уҡыусыларынан анкеталар йыя, июлдә Өфөлә консультациялар алыу буйынса бер айлыҡ штаб асыласаҡ. Бер ниндәй ҙә сикләү юҡ, иң мөһиме, Берҙәм дәүләт имтихан һөҙөмтәләре генә юғары булһын.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика