Аҙна яңылыҡтары. Өфө ғалимдары яңы төр бактериялар асҡан 23.04.2017

Улар түбән температураларҙа ла нефть продукттарын юҡҡа сығарыу мөмкинлегенә эйә. Быға тиклем дә бындай бактериялар бар ине, әммә улары үҙ функцияһын тик йылы шарттарҙа ғына үтәй ине. Был асышты патентлау өсөн Өфө белгестәренә биш йыл ваҡыт талап ителгән. ПсевдоМонастуруханЕнсис  тип аталған бактериялар препараты алыҫ төньяҡта нефть сығарыу эшендә ҡулланыласаҡ.

Бактерия ҡара алтынды углекислый газ менән һыуға әйләндерә. Зарарлы матдәләрҙе зыянһыҙ элементтарға әйләндереүсе бактериялар донъяла күп, ләкин Псевдомонастуруханенсис  һалҡын шарттарҙа ла сифатын юғалтмай. Әгәр быға тиклем билдәле микроорганизмдар 15 градус йылылыҡтан да түбәнерәк һауа шарттарында эшен туҡтатһа, яңы төр плюс бер градусҡа тиклем хеҙмәт итә ала.
Татьяна  Коршунова, Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө биология институтының өлкән ғилми хеҙмәткәре: «Бактерияны Красноярск крайының Турухан районында таптыҡ. Уның атамаһы ла шунан алынды. Әммә патентты биш йыл үткәс кенә ала алдыҡ».
Бактерияларҙан тыш ергә ҡойолған нефть продукттарын юҡҡа сығарыу эшендә башҡа алымдар ҙа ҡулланыла.Тупраҡ ҡатламын ҡаҙып алып яндырыу, химик сорбенттар һибеү һәм башҡалар. Әммә был төр эш алымдары ул тиклем үк һөҙөмтә бирмәй , тип иҫәпләй белгестәр. Бер аҙна элек Яңауыл районында ергә нефть ҡойолғайны. Ярты тоннаға тиклем шыйыҡса һыуға ағып төштө. Белгестәйр әйтеүенсә, әгәр Псевдомонастуруханенсис бактерияларын ҡулланғанда күрелгән зыян юҡ кимәленә еткерелер ине.
Олег Логинов, Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө биология институты лабораторияһы мөдире «Әгәр беҙ асҡан бактерияны ҡулланһаҡ, Яңауылда ҡойолған нефть августҡа тиклем тотошлайы менән юҡҡа сығыр ине. Ул ғына ла түгел, микроорганизмдар тупраҡты элекке хәленә ҡайтарып, уңдырышлығын да тергеҙә».

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика