5 ятаҡ, 3 корпус төҙөкләндерелгән, ашханаға, аудиторияларға яңы йыһаздар алынған 20.04.2015

Һәм эштәр дауам итә. Башҡорт дәүләт университеты күләмле үҙгәрештәр кисерә. Июль айында Өфөлә үтәсәк саммиттарға әҙерлек сиктәрендә белем усағына 200 миллион һумға яҡын аҡса бүленгән.

Башҡорт дәүләт университетында белем алыусы сит ил студенттары Корней Чуковскийҙың «Муха-цокотухаһын» ҡуя. Ҡытай, Вьетнам, Колумбия, Ангола һәм башҡа тарафтарҙан килгән егеттәр һәм ҡыҙҙар рус теле фестиваленә әҙерләнә. Репетиция яңыртылған тамаша залында үтә. Ул яҡшы йыһазландырылған, ә иң мөһиме бында тейешле мөхит булдырылған. Рус теле буйынса әҙерлек курсында уҡыусы Иран егете Мәхди лә бында үҙенә күп дуҫтар тапҡан, уҡыуын ошонда дауам итмәксе.
Ә бына аспирантурала белем алыусы Гөлнур БДУ-ла 2004 йылдан бирле уҡый. Ҡыҙ йылдан-йыл университеттың материаль базаһы яңырыуын, белем алыу шарттарының яҡшырыуын билдәләй.
Белем усағының фәнни тормошо ла бер урында тормай. Студенттар яңы үрҙәр яулай. Башланғыстар университет алдында яңы мөмкинлектәр аса.
Рухи аҙыҡтан тыш студенттарға файҙалы калориялар тураһында ла оноторға ярамай әлбиттә. Бының өсөн дә бөтә шарттар бар. Университет ашханаһында яңы йыһаздар урынлаштырылған. Үҙгәрешкә айырыуса ашнаҡсылар шат.
Белем усағындағы бөтә үҙгәрештәргә буласаҡ саммиттар сәбәпсе. Сәйәси тормош үҙәгенә әйләнәсәк конгресс-холл янындағы университет сара ҡунаҡтарында яҡшы тәҫьорат ҡалдырырға тейеш. Сөнки БДУ өлгөһөндә делегациялар вәкилдәре тотош Рәсәй мәғарифын күҙ алдына килтерәсәк.
Эштәрҙең байтаҡ өлөшө инде тамам. Әле университеттың физика һәм математика корпусын төҙөкләндереү бара. Уны ай аҙағынаса теүәлләү планлаштырылған. Артабан эске ихатала урынлашҡан ял итеү зонаһын тәртипкә килтереү кәрәк буласаҡ. Унда ла эштәр май урталарында тамамланасаҡ тип күҙаллана.
Илфат Кинйәбаев

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика