300 студентҡа ҡыҙыл дипломдар тапшырылды

300 студентҡа ҡыҙыл дипломдар тапшырылды 04.07.2014

Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетын тамамлаусы 300 студентҡа ҡыҙыл дипломдар тапшырылды.

Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетын тамамлаусы 300 студентҡа ҡыҙыл дипломдар тапшырылды.

Уҡыу йортон быйыл меңдән ашыу студент тамамланы. Сығарылыш студенттарының 70 проценты уҡыған саҡта уҡ үҙенә эш урыны тапҡан. Уҡыу йортонда эшкә урынлашыуға булышлыҡ итеүсе махсус үҙәк эшләй. Бөгөн диплом алыусы студенттарҙың яртыһынан күбеһе республиканың төрлө мәктәптәрендә эш башлай. Зөбәржәт Нәҙершина университетта уҡығанда төрлө конкурстар, ғилми-ғәмәли конференцияларҙа әүҙем ҡатнашҡан. Балалар баҡсаһында тәрбиәсе булып эшләргә лә ваҡыт тапҡан. Йәш белгес төрлө милләт балаларының телмәрен үҫтереү темаһы менән ҡыҙыҡһына. Киләсәктә ул аспирантураға инергә уйлай.
Башҡорт филологияһы факультетын быйыл 58 студенттың 18-е ҡыҙыл дипломға тамамлаған. Быйыл факультетта тәү тапҡыр лингвокультурологик белем биреү буйынса 5 магистр диплом алды. Һуңғы йылдарҙа уҡытыусыларҙың эш хаҡы күтәрелде. Шуға ла йәш белгестәр мәктәпкә ҙур теләк менән бара, ти университет хеҙмәткәрҙәре.


Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку