2015 йылдың иң яҡшы китапханаһы тип Баймаҡ районының Үҙәк китапханаһы танылды

2015 йылдың иң яҡшы китапханаһы тип Баймаҡ районының Үҙәк китапханаһы танылды 17.11.2015

Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығына арналған конкурста республиканың 57 китапханаһы ҡатнашҡан.

Бөгөн Баймаҡ районы үҙәкләштерелгән китапханалар селтәренең «Өс таған» проекты гран-при менән билдәләнде. Бынан тыш, сарала  республикаал 10-сы  тапҡыр ойошторолған «Иң яҡшы башҡорт китабы» конкурсына ла йомғаҡ яһалды. Еңеүселәр 3 номинацияла билдәләнде, улар «Йыл прозаһы», «Йыл поэзияһы» һәм «Йылдың балалар китабы». Был конкурсҡа 52 китапхана 185 проект тәҡдим иткән. Иң әүҙем ҡатнашыусылар араһында Көйөргәҙе, Бәләбәй, Әбйәлил райондары һәм Өфөнөң үҙәк китапханаһы.
Иң яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшеүселәрҙе билдәләгәндән һуң, тармаҡ белгестәре китапханалар эшмәкәрлегенә арналған кәңәшмәлә ҡатнашты. Унда китап фондын яңыртыу, газета-журналдарға яҙылыу, компьютер һәм смартфондар быуатында китапҡа ҡыҙыҡһыныуҙы һаҡлап ҡалыу кеүек мөһим мәсьәләләр тикшерелде. Тармаҡ белгестәре әйтеүенсә, замана үҙгәрештәренә ҡарамаҫтан, халыҡтың уҡыуға тартылыуы кәмемәй, китаптар ҙа иң ҡиммәтле рухи хазина булып ҡала.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика