Ҡөрьән сүрәләре балалар телендә

Ҡөрьән сүрәләре балалар  телендә 26.06.2017

Бөгөн Ҡырмыҫҡалы  районының Олокүл ауылында Ҡөрьән уҡыу буйынса конкурс-фестиваль үтте. Тәүге тапҡыр ойошторолған сарала райондың төрлө ауылдарынан 4-тән 15 йәшкә тиклемге  тиҫтәгә яҡын бала үҙ көсөн һынап ҡараны.  Дини  тәғлимәттәрҙе биш бармағы кеүек белгән кескәйҙәр менән беҙҙең ижади төркөм дә аралашты.

Әминә Хөсәйеноваға ни бары 4 йәш, әммә ҡыҙ Ҡөрьән сүрәләрен өлкәндәрҙән ҡалышмай һөйләй. Ул конкурста иң бәләкй ҡатнашыусы. Дингә һөйөү ғаиләнән килә. Ишле бала тәрбиәләгән Хөсәйеновтарҙың конкурста бер юлы дүрт балаһы ҡатнаша,  улар был сараға бергәләп әҙерләнгән. Кескәй Әминәнең иһә теле лә  сүрәләр менән асылған.
Конкурста ҡатнашыусылар араһында төрлө йәштәгеләр бар, малайҙар һәм ҡыҙҙар айырым баһалана. 12 йәшлек Иван Майдуров рус малайы, ике йыл элек мәсеткә йөрөп ислам динен өйрән башлаған. Хәҙер ул үҙенең киләсәген диндә күрә.
Ҡөрьән уҡыусыларҙың оҫталығын абруйлы жюри баһалай. Ғәрәп телен белеү ҙә, һүҙҙәрҙе  дөрөҫ итеп әйтеү ҙә, һөйләү һәләте лә иҫәпкә алына.
Иң мөһиме, Ҡөрьән  баланың ысын шәхес булып формалашыуына  йоғонто яһай, тормошта дөрөҫ юл күрһәтә. Дини юлдағы кеше насар ғәҙәттәрҙән дә  алыҫ тора.
114 сүрәне үҙ эсенә алған Ҡөрьән мосолмандарҙың иң изге китабы, уны мәңгелек ҡиммәттәрҙе үҙ эсенә алған тормош һабаҡтары тип атарға мөмкин. Дин әһелдәре әйтеүенсә, Ҡөрьәндәге тәғлимәттәрҙе  бала саҡтан үҙләштереү тормошҡа дөрөҫ ҡараш формалаштырырға, фекерләү даирәһен  киңәйтергә, зиһенен яҡтыртырға, боҙоҡ юлға баҫмаҫҡа булышлыҡ итә.
Традицион исламды өйрәнеү бөгөнгө  көндә айырыуса мөһим. Сөнки  йәш быуынға интернет киңлектәренән дә кире йоғонто ҙур. "Күк кит", "Ерән төлкө" кеүек уйындар балаларҙы  упҡынға тартырға тора. Диндә лә экстермистик ағымдар бар. Ә Ҡөрьәнде белгән кешенең аңы, зиһене яҡты була, ул был хәркәттәргә ҡушылмаясаҡ.
Конкурс өс сәғәткә яҡны дауам итте. Балалар аҙан әйтеп, сүрәләр һөйләп үҙ ғилемен күрһәтте. Еңеүселәргә ҡиммәтле бүләктәр тапшырылды. Беренсе урынға Рәйес Хөсәйенов менән  Эмилия Ғәләүетдинова лайыҡ булды, уларға бүләккә-велосипед.  Эмилия дини дәрестәргә күптән түгел генә йөрөй башлаған, әммә ғәрәп теле ҡыҙға бик еңел бирелгән.
Конкурс тамам, иң ҙур еңеү, бүләк иһә балалар  йөрәгендә. Күңелендә иман нуры булған кеше тормошта ла үҙ юлын таба, изгелек, мәрхәмтәлелек орлоҡтары сәсеп йәшәй.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика