«BashCon – 2015»  һанлы форматтағы тәүге ҡоролтай алдында юғары маҡсаттар 28.11.2015

Бөгөн старт алған ике көнлөк видеоконференция  интернет үҫеше һәм глобаль мәғлүмәт киңлегендә башҡорттарҙың интеграцияһы мәсьәләләренә арнала. Республиканың күләмле проект авторҙары Мәскәү, Санкт-Петербург, Силәбе һәм Сибай ҡалалары йәштәре менән скайп аша бәйләнешкә инеп,  ике яҡлы тәжрибә уртаҡлашыуҙа ҡатнаша. Бигерәк тә мобиль ҡушымталар, һүҙлектәр, интернет-сервистар хаҡында фекер алышыу етди барҙы. Бынан тыш, иртәгә практик дәрестәр һәм тренингтар уҙғарыу күҙаллана

Интернет-маркетолог Илнур Йосопов үҙенең сығышында  Башҡортостанда туризмды үҫтереү һәм сауҙа өлкәһендә тауар әйләнешен йәнләндереү буйынса тәжрибәһе менән уртаҡлашты. «Бының өсөн сайттар менән әүҙем шөғөлләнергә кәрәк»,- ти егет. Әйткәндәй, ул клиенттар табыу буйынса кәңәштәрен бер китап итеп баҫтырырға ниәтләй. Әлегә былар барыһы ла компьютерҙа һаҡлана.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика