RSS
Пермдә ике үҫмер мәктәпкә инеп башланғыс синыф уҡыусыларына һөжүм иткәндән һуң Башҡортостанда ла һаҡ хеҙмәтенең эше тикшерелә
Билдәле булыуынса, ғәҙәттән тыш хәл теркәлгән белем усағында хәүеф төймәһенә һуң баҫҡандар. Әгәр вахтерҙар һаҡ хеҙмәтен ваҡытында саҡырғанда, зыян күреүселәр бәлки, булмаҫ та ине, ти белгестәр. Баш ҡалала барлыҡ мәғариф учреждениелары ла тиерлек тревога төймәләре менән йыһазландырылған. Сигнал Росгвардияның ведомствонан тыш һаҡ хеҙмәтенә бара. Хәрбиҙәр оҙаҡ көттөрмәй. Күп тигәндә биш минут тирәһе. Нисек эшләй хәүеф төймәһе?
17 / 01 / 2018 186
Пермь ҡалаһындағы ғәҙәттән тыш хәлгә бәйле, Башҡортостан белем усаҡтарында тикшереүҙәр башланды
Мәктәпкә инеү режимына айырыуса иғтибар бүленә. Уҡытыусылар һәм персоналды ғәҙәттән тыш хәл теркәлгән осраҡта үҙеңде нисек тотоу буйынса оҫталыҡ дәрестәре үткәрелә. Шулай уҡ, видеокүҙәтеү системаһының, тревога төймәһенең булыу-булмауы һәм һаҡсыларҙың әҙерлек кимәле тикшерелә.
16 / 01 / 2018 249
Өфөлә уҙған башҡорт теле буйынса төбәк- ара олимпиаданан Баймаҡ районынан 8 укыусы ҡатнашып, бишәүһе еңеү менән ҡайтты
Түбә мәктәбе  укыусыһы Маргарита Александрова  башкорт теле  олимпиадаһынын район этабын унышлы үтеп,  республика кимәлендә катнашкан  8 укыусының берәүһе.  Олимпиада йомгактары  буйынса  уға  беренсе урын бирелгән,  ҡалған укыусылар  призер исеменә лайык булган.
16 / 01 / 2018 221
Яңы асышҡа - 500 мең һумлыҡ грант
Етештереүҙә полимерҙы иретеп тә ҡулланырға мөмкин. Быға тиклем химик матдә башлыса онтаҡ хәлдә генә файҙаланылған. Яңы асыштың Башҡорт дәүләт университеты аспиранты Анастасия Шишкина тарафынан яһалыуы ла ҡыуаныслы. Яҡташыбыҙ проектын ил кимәлендә ойошторолған «Умник» конкурсында яҡлап, 500 мең һумлыҡ грантҡа лайыҡ булған. Аҡса артабанғы лаборатор тикшенеүҙәргә тотоноласаҡ.
15 / 01 / 2018 193
Өфө дәүләт авиация техник университеты студенттары Рәсәй президентының республикаға тәғәйенләнгән иң күп стипендияларын отто
19 түләүҙең 10-ы ошо уҡыу йортона, шул иҫәптән 6-һы  электр механикаһы кафедраһы аспиранттарына бүленгән. Кафедрала махсуслашыусылар МС-21 яңы урта магистралле самолеты өсөн электр генераторҙары әҙерләү өҫтөндә эшләй. Йәш ғалимдар фекеренсә, финанс ярҙамы уларға фәни эҙләнеүҙәргә этәргес булып торасаҡ.  
15 / 01 / 2018 241
Аҙна яңылыҡтары. Студенттар ҡыуанды, өҫтәмә килем алып
Хәйер, яңы барлыҡҡа килгән аҡсалата ярҙам түгел, ни бары кире ҡайтарҙылар ғына. Студенттарҙы социаль стипендиянан мәхрүм иткәйнеләр бит. Хәҙер уны яңынан түләй башларға ҡарар иттеләр.  Ләкин ул социаль ярҙам алыусыларға ғына бирелә. Студенттарға дәүләт ярҙамын ҡайтарыу тураһындағы федераль закон 1 ғинуарҙан ғәмәлгә инде.
14 / 01 / 2018 282
Бәләбәй механика һәм электрификация колледжында сираттағы ВорлдСкилс чемпионатына әҙерлек бара
Республика буйынса  конкурстың төбәк этабы февралдә башлана. Иң яҡшы һөнәрмән исеме өсөн автослесарҙәр, электриктар, тракторсылар ярышасаҡ.
11 / 01 / 2018 185
Зөләйха образы донъя киңлектәрендә
Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге милли китапханала егерменән ашыу телгә тәржемә ителгән «Зөләйха күҙҙәрен аса» романы тышлыҡтарынан торған күргәҙмә асылды. Галерея китапхананың икенсе ҡатын биҙәй. Гүзәл Яхинаның романы донъяла киң танылыу яулай бара.
11 / 01 / 2018 195
Туған тел байрамы
Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика башҡорт гимназия-интернатында башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса төбәк-ара олимпиада башланды. Бөгөн белем усағында башҡорт телен туған тел һәм телде дәүләт теле булараҡ  өйрәнеүселәр бәйгеһен асыу тантанаһы үтте. Олимпиадаға республика мәктәптәренән, Ырымбур, Силәбе, Ҡурған өлкәләренән 300-гә яҡын уҡыусы килде.
10 / 01 / 2018 210
Туған тел байрамы
Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика башҡорт гимназия-интернатында башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса төбәк-ара олимпиада башланды. Бөгөн белем усағында башҡорт телен туған тел һәм телде дәүләт теле булараҡ  өйрәнеүселәр бәйгеһен асыу тантанаһы үтте.
10 / 01 / 2018 335
Студенттарға социаль стипендиялар ҡайтарылды
Ләкин ул социаль ярҙам алыусыларға ғына бирелә. Студенттарға дәүләт ярҙамын ҡайтарыу тураһындағы федераль закон 1 ғинуарҙан ғәмәлгә инде. Шулай ҙа төбәк ҡануниәтенә ярашлы, тулы, әммә аҙ тәьмин ителгән ғаиләләр был стипендиянан мәхрүм  ҡалғайны.
09 / 01 / 2018 212
«Ҡалдырма, әсәй» повесы хәҙер Ҡаҙағстан уҡыусылары өсөн дә яҡын
Шәйехзада Бабич исемендәге республика дәүләт йәштәр премияһы лауреаты  Айгиз Баймөхәмәтовтың билдәле әҫәре китап булараҡ ҡаҙаҡ телендә баҫылып сыҡты. Тиражы - өс мең дана. Рәсәй халҡының күңелен яулаған повесты Ҡаҙағстандың йәштәр премияһы лауреаты, шағир Саят Камшыгер тәржемә иткән.
09 / 01 / 2018 240
Мәктәп уҡыусылары өсөн бушлай экскурсия
Балалар ҡышҡы ялдарҙы күңелле генә түгел, файҙалы һәм зауыҡлы үткәрергә тейеш. Хәйер бының өсөн мөмкинлектәр бар. Мәҫәлән баш ҡалала эшләп килгән  «Рәсәй - минең тарихым» мультимедия комплексы.
04 / 01 / 2018 215
100 йыллыҡҡа - яңы мәғариф учреждениеһы
Бөрйән районының Яңы Собханғол һәм Мөсәт ауылдары араһында юбилей  объектын төҙөү башланды. Әле бер ҡыйыҡ аҫтында урынлашасаҡ белем усағы һәм балалар баҡсаһының нигеҙен күтәреү бара.  
04 / 01 / 2018 267
Йәш быуынды фольклор йыйыуға ылыҡтырыусы
Дыуан күп профилле колледждың Яңы Балаҡатай ауылы филиалы уҡытыусыһы Лилиә Вәлиева урындағы халыҡ ижады менән ун йылдан ашыу ҡыҙыҡһына, ошо ваҡыт эсендә ул тиҫтәгә яҡын йыйынтыҡ сығарып өлгөргән. Унда балаҡатайҙарҙың тел байлығы, рухи донъяһы сағылыш тапҡан.
04 / 01 / 2018 199
Файҙалы каникулдар
Яңы йыл байрамдарында Өфөнөң «Мөнирә» мәсетендә  курстар ойошторолдо.  Бер аҙна буйы дауам иткән дәрестәрҙең программаһына ғәрәп алфавитын, ҡөрьән китабын уҡырға өйрәнеү ингән.
03 / 01 / 2018 228
Бөгөн Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб Биишеваның тыуыуына 110 йыл
Ошо дата уңайынан быйыл йәй Өфөнөң Коммунистик урамында әҙибәнең йорт-музейы асыласаҡ. Был йортта ул 1962 йылдан алып ғүмеренең һуңғы көнөнә тиклем йәшәгән. Унда талант эйәһенең эш кабинеты үҙгәртелмәй һаҡлап ҡалынған.
02 / 01 / 2018 208
Эшсе һөнәрҙәр буйынса белгестәр әҙерләүгә етди иғтибар
Мәғариф министрлығында  был өлкәне көйләүсе ҡануниәткә үҙгәрештәр әҙерләнә. Киләһе уҡыу йылынан һәр башланғыс һәм урта  һөнәри белем биреү уҡыу йорттары үҙ йүнәлештәрендәге министрлыҡтарға беркетелә.
27 / 12 / 2017 263
Мостай Кәримдең әҫәрҙәрен хәҙер уҡырға ғына түгел, тыңларға ла мөмкин
Бөгөн бөйөк  шағирҙың исемен йөрөткән Милли йәштәр театрында  аудиокитаптың исем туйы үтте.  
27 / 12 / 2017 184
Магнитогорск ҡалаһында Башҡортостандың Силәбе өлкәһендәге вәкиле Амур Хәбибуллин ҡатнашлығында киңәйтелгән осрашыу үтте
Магнитогорск ҡалаһында Башҡорт һәм татар әҙәбиәте китапханаһында Башҡортостандың Силәбе өлкәһендәге вәкиле Амур Хәбибуллин, Силәбе башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Морис Йосопов менән Магнитогорск ҡалаһының мәҙәниәт бүлеге етәксеһе Александр Логинов һәм ҡала башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Азамат Әхмәтҡужин ҡатнашлығында киңәйтелгән осрашыу үтте.
27 / 12 / 2017 183

Страницы: 1 2 3 4 5 ... 47 След.
Календарь новостей

Яндекс.Метрика