29.06.2014

Аҙна яңылыҡтары 29.06.2014

Иғтибар үҙәгендә - халыҡ проблемалары. Республика етәксеһенә көн һайын төрлө мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә ярҙам һорап тиҫтәләрсә кеше мөрәжәғәт итә. 2010 йылда был һан 3 меңгә яҡын булһа, 2013 йылда 6 меңгә барып еткән. Рөстәм Хәмитов әйтеүенсә, һәр үтенес етди күҙәтеүгә алына. Сөнки мөрәжәғәттәрҙә көнүҙәк проблемалар сағыла. Хәҙер уларҙың үтәлеше йылына ике тапҡыр ойошторолған кәңәшмәлә лә тикшереләсәк.

Һамар өлкәһендә Волга буйы федераль округы йәштәренең «Иволга» форумы үтте. Быйыл алдынғы ҡарашлы йәштәр форумы халыҡ-ара статусҡа эйә - унда Ҡытай Халыҡ Республикаһы делегаттары ла ҡатнашты. Башҡортостан данын форумда 110 делегат яҡланы. Улар инженерия, медицина, торлаҡ-коммуналь һәм ауыл хужалығы, гуманитар өлкәләрҙә проекттар тәҡдим иткән. Дүшәмбе форумда ҡатнашыусылар менән Волга буйы федераль округы төбәктәре етәкселәре лә осрашты. Йәштәр менән Башҡортостан етәксеһе аралашты.

Зәңгәр күк саҡыра. Кушнаренко районының Первушин аэродромында »Асыҡ һауа» IX Бөтә Рәсәй слеты бара. Өс көн буйы дауам иткән сарала илдең төрлө төбәктәренән 200-ҙән ашыу авиfция һөйөүселәр ҡатнашты. Слет сиктәрендә Рәсәй Президенты ҡарамағындағы дөйөм тәғәйенләнештәге авиацияны үҫтереү буйынса комиссияның ултырышы үтте. Һөйләшеүҙә ил Президенты ярҙамсыһы Игорь Левитин ҡатнашты.

Республика етәксеһе Рәсәйҙең асыҡ Хөкүмәт мәсьәләләре буйынса министры Михаил Абызовты ҡабул итте. Осрашыуҙа һүҙ власть органдарының граждандар йәмғиәте менән хеҙмәттәшлек мәсьәләләре тураһында барҙы. Михаил Абызов республика эшҡыуарҙары, йәмәғәт ойошмалары етәкселәре менән дә осрашты. Артабан ул Өфөләге күп функциялы үҙәктең эше менән танышты.

Театрҙар көс һынаша. Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры Ырымбурҙа уҙған Волга буйы федераль округы театрҙарының беренсе фестиваленән еңеү менән ҡайтты.

Республика мәктәптәрендә сығарылыш кисәләре үтте. Мәғариф министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, быйыл Башҡортостанда XI һәм IX синыфты 63 меңдән ашыу уҡыусы тамамлай. Байрам уңайынан мәҙәниәт йорттарында тантаналы йыйылыш һәм өлгөргәнлек аттестаты тапшырыу тантаналары уҙҙы. Нуриман районының Красная Горка ауылында XI синыфты өс пар игеҙәк тамамланы.

Өфө районының Октябрьский ауылында йәшәүсе Хузеевтар ғаиләһе өй туйланы. Былтыр 30 декабрҙә уларҙың йорттары янып юҡҡа сыҡҡайны. Һөҙөмтәлә Яңы йыл алдынан ике балаһын яңғыҙы тәрбиәләүсе ханым урамда тороп ҡалғайны. Әммә донъяла изге кешеләр юҡ түгел. Өфө районы хакимиәте һәм бер нисә бағыусы ярҙамы менән ғаилә ярты йылдан һуң яңы йортҡа сыға алды.

Өфөнөң «Толпар» командаһы ялдан сығып тәүге күнекмәһен уҙғарҙы. Миҙгел алдынан Венер Сафиндың тәрбиәләнеүселәре баш ҡалала хоккей буйынса донъя кубогында ҡатнашасаҡ. Уларҙың төп конкуренты - Харламов кубогына эйә булыусы Мәскәүҙең «Спартак» һәм сит ил командалары.

Волга буйы федераль округының Башҡортостан кадет корпусы тәрбиәләнеүселәре Пенза өлкәһенән ҡайтты. Өс аҙна дауамында улар «Гвардиясы» оборона-спорт һауыҡтырыу лагерында физик әҙерлек үтте.

Башҡорт милли-азатлыҡ хәрәкәте етәкселәренең береһе, күренекле дәүләт эшмәкәре Муллайән Халиҡовтың тыуыуына - 120 йыл. Иҫтәлекле датаға арнап шәхестең тыуған төбәге Бүздәктә ғилми-ғәмәли конференция ойошторолдо. Сарала 19 райондан йыйылған 500-ҙән ашыу делегат ҡатнашты.

Быуа булырмы? Республика етәксеһе Өфөнөң Калинин районы хакимиәтенә Гастелло паркы торошон тикшереү һәм төҙөкләндереү эшен йөкмәтте. Күптәрҙе биләмәләге быуа яҙмышы борсоуға һала - ул ташландыҡ хәлдә. Ҡасандыр гөрләп торған ял итеү урыны ни өсөн иғтибарҙан ситтә ҡалған, уның яҙмышы нисек хәл ителер?

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку