24.08.2014

Аҙна яңылыҡтары 24.08.2014

- Бер көндә миллиондарса һум юғалтыу. Тәтешле районында дауыл Крупская исемендәге хужалыҡҡа ғына 10 миллион һум тирәһе матди зыян килтергән.
- Иглин районының Көҙәй ауылында йәшәүсе 10 йәшлек Азамат Сөләймәновтың кәүҙәһе табылыуы тураһында беҙ хәбәр иткәйнек инде. 3 синыф уҡыусыһы 17 августа юғалғайны.
- Өфөлә Эбола биҙгәге асыҡланыуы тураһында хәбәр дөрөҫлөккә тап килмәй. Был турала Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы белгестәре белдерҙе.
- Күмертауҙың данлыҡлы авиация предприятиеһы йәшәйәсәк. Был турала республика етәксеһе төбәккә эш сәфәре барышында белдерҙе.
- Был аҙнала Өфө аэропорты 1 500 000-се пассажирҙы хеҙмәтләндерҙе. Бәхетле билетты Салауат ҡалаһынан Зилара Ерина отто.
- Украина халҡы менән бергә борсола. Белорет районы Бирҙеғол ауылына 50-се йылдарҙа килен булып төшкән Лидия Муллағәлләмова Донецк һәм Луганск өлкәләрендәге хәлгә битараф ҡала алмай.
- Башҡортостандың иң тәжрибәле умартасыһы Ауырғазынан. Ғафури районында умартасыларҙың 14-се республика конкурсы үтте.
- Йома Өфөлә йәштәр командалары араһында хоккей буйынса Донъя кубогы старт алды. Турнирҙы рәсми асыу тантанаһы «Өфө-Арена» боҙ һарайында үтте.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку