22.06.2014

Аҙна яңылыҡтары 22.06.2014

Рөстәм Хәмитов Президентлыҡҡа кандидат. «Берҙәм Рәсәй» фирҡәһенең Башҡортостан бүлексәһе конференцияһында президент һайлауҙарына кандидат итеп Рөстәм Хәмитов раҫланды.

Делегаттар йәшерен тауыш бирҙе. Конференцияла партияның бар төбәк бүлексәләренән дә 200-ҙән ашыу кеше ҡатнашты. «Берҙәм Рәсәйҙәр»ҙең сәйәси старты хаҡында киләһе яҙмала.

Һанлы форматҡа күсеү шартарында төбәк телевидениеһы нисек үҫергә тейеш? Өфөлә Рәсәйҙең элемтә һәм киң коммуникациялар министры урынбаҫары Алексей Волин үткәргән кәңәшмәлә һүҙ ошо хаҡта барҙы. Фекер алышыуҙа Башҡортостан телекомпаниялары етәкселәре, кабель операторҙар вәкилдәре ҡатнашты.

Берҙәм иҡтисади киңлектә тигеҙ конкурентлыҡ шарттары булырға тейеш. Был тәңгәлдә Евразия Иҡтисади комиссияһы составына ингән өс ил - Рәсәй, Белорусия һәм Ҡаҙағстан хаҡында һүҙ бара. Талапты ҡануни яҡтан нығытыу юлдары Өфөлә үткән түңәрәк өҫтәлдә ҡаралды. Һөйләшеүҙә Евразия Иҡтисади комиссияһының конкурентлыҡ һәм монополияны көйләү буйынса министры Нурлан Алдабергенов та ҡатнашты. Сара ҡунаҡтарын республика етәксеһе лә тәбрикләне.

Был аҙнала Ҡырым Республикаһының Белогорск районында Башҡортостан «Үҙәк» МТС-ы бүлеге эш башланы. Башҡортостан вәкилдәре шефлыҡҡа алған райондың ауыл хужалығы техникаһы паркын 15 комбайн, өс «Камаз» һәм сервис агрегаты менән тулыландырҙы. Уҙған аҙнала Башҡортостандан барған Нью-Холланд комбайндары ураҡҡа төштө.

Аҙна дауамында республиканың бер-нисә районында тәбиғәт ғәрәсәте үтте. Шаран районында 101 һарыҡты йәшен атҡан, осраҡ Ҡортлокүл ауылы эргәһендә теркәлгән. Бынан тыш, көслө дауыл, боҙ борсаҡ Учалы, Ишембай райондарында йорттарҙың ҡыйыҡтарын емергән, ағастарҙы ауҙарған, йәшелсә-емеш тә зыян күргән.

Аҙна башында Нефтекама ҡалаһында 11 йәшлек үҫмерҙең ғүмерен ҡыйыусылар ҡулға алынды. Динар Харипов 31-се майҙа өйөнән сығып китеүҙән ғәйеп була. Уны эҙләүҙә барлыҡ ҡала халҡы, ирекмәндәр ҡатнаша. Һуңынан асыҡланыуынса, үҫмерҙе үгәй атаһы уның әсәһенә үс итеп урлай. Ике аҙна үткәс үҫмерҙең кәүҙәһе урманда табыла. Ул ергә күмелгән була. Экспертиза асыҡлауынса, малайҙың ғүмере фажиғәле өҙөлгән. Динарҙы 4 кеше быуып үлтергән.

Газ ҡиммәтләнә. 1 июлдән зәңгәр яғыулыҡҡа яңы хаҡ билдәләнә. Республиканың Тарифтар буйынса дәүләт комитеты ҡарарына ҡушымта «Газпроммежрегионгаз» ойошмаһының рәсми сайтында баҫылған. Ундағы мәғлүмәттәргә ярашлы, бешереү һәм һыу йылытыуға тотонолған газдың бер кубометры счетчиктар ҡулланылғанда 4 һум 72 тин, иҫәпләү ҡоролмаһыҙ 6 һум 71 тин торасаҡ.

Теүәл 73 йыл элек немец фашистары Совет иленә аңғармаҫтан һуғыш аса. Беҙҙең ғәскәрҙәр тәүге көндән алып көсөргәнешле алышһа ла, Германия илдең күп кенә өлөшөн ваҡытлыса баҫып ала. Был йылдар Советтар Союзы өсөн оло һынау була. Ватандаштарыбыҙҙың яуҙа күрһәткән батырлыҡтарын тағы бер тапҡыр иҫкә алыу өсөн Кушнаренко районында әһәмиәтле сара үтте. Унда хәрби-патриотик клуб ағзалары халыҡҡа һуғыштың тәүге көндәрен тергеҙеп күрһәтте.

Статистика буйынса тәмәке тартҡан һәр икенсе кеше насар ғәҙәтенән ҡотолорға теләй, әммә ихтыяр көсө етмәй. Тәмәке тартыуға ҡаршы федераль закон үтәлешен тикшереү өсөн полиция сираттағы рейдын үткәрҙе. Йәмәғәт урындарында тартыуҙы тыйыусы норматив былтыр ноябрҙә үҙ көсөнә инде. Подъездарҙа, эш урынында, балалар һәм медицина учреждениеларында көйрәтергә яратыусыларға административ штраф һалына.

Учалы районында йәшәүсе Шакирйән Әхмәтшин алты балаға атай ҙа, әсәй ҙә. Хәҙер инде ул икенсе йыл йорт, хужалыҡ эштәрен бер үҙе күтәрә. Балаларын тәрбиәләргә лә, һыйыр һауырға ла, бешеренергә лә өлгөрә.

Рәсәй командаһының ҡапҡа һаҡсыһы Игорь Акинфеев көйәрмәндәрҙән ғәфү үтенде. Көньяҡ Корея футболсыларына ҡаршы уйында яҡташыбыҙ тупаҫ хата ебәрҙе. Ул Ли Ген Хо типкән тупты туҡтата алманы.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку