20.07.2014

Аҙна яңылыҡтары 20.07.2014

БРИКС илдәре саммиты 2015 йылдың 9-10 июлендә Өфөлә үтә. Ил Президенты Владимир Путин Бразилияла ойошма илдәре вәкилдәренең киңәйтелгән ултырышында ҡатнашыусыларҙы Башҡортостандың баш ҡалаһына саҡырҙы. 
Һигеҙ йылдан һуң «Йәшел ярға». Баш ҡалала урынлашҡан торлаҡ комплексы төҙөлөшөнә өлөшләтә аҡса индереп алданыусылар ниһәйәт фатир асҡыстарын алды. 
Бер быуатҡа ике һуғыш. 1914 һәм 1941 һандары Рәсәй һәм Совет халҡы тарихына онотолмаҫлыҡ итеп уйып яҙылған.
Изге Рамаҙан айы тамамланып килә. Аллаһы тәғәләнең ҡушҡан фарызы буйынса мосолмандар изге айҙы ураҙа тотоп үткәрә.
Ҡорбан байрамына ҡуйҙар. Ейәнсура районында мосолмандарҙың изге байрамына һарыҡтар махсус диета буйынса һимертелә. 
Ямғырҙар ҡамасаулаһа ла республикала ураҡ эштәре ҡыҙа бара. Был аҙнала 19 районда ужым культураларын сабыуға төштөләр, 5 районда иген һуғыла башланы. 
Шипкән юғары уңыш биргән. Өфө районы Шемәк хужалығы хеҙмәтсәндәре күләмле ураҡ эштәре алдынан, майлы культураларҙы йыйыуға төштө. 
Их, ҡымыҙы, ҡымыҙы, был ҡымыҙға ни етә. Күгәрсен районында халҡыбыҙҙың боронғо эсемлеген әҙерләүсе оҫталар йыйыны үтте. 
«Байыҡ-2014». Күгәрсен районында Башҡортостан юлдаш телеканалы уҙғарған VI Халыҡ-ара «Байыҡ» телевизион фестивале үтте.


Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку