17.08.2014

Аҙна яңылыҡтары 17.08.2014

- Беҙҙең телеканалда уҙғарылған мәрхәмәтлек телемарафонында ҡасаҡтарға ярҙам өсөн республика халҡы яҡынса 2 миллион һумлыҡ әйбер йыйҙы. Улар - гигиена кәрәк-яраҡтары, кәнсә тауарҙары, кейем-һалым.
- Башҡортостан белгестәре Ҡырымдың Белогорск районы хакимиәте белгестәре өсөн махсус курстар ойошторҙо.
Республикабыҙ шефлыҡҡа алған төбәктә социаль, мәғариф, һаулыҡ һаҡлау, мәҙәниәт һәм башҡа тармаҡ хеҙмәткәрҙәре яңы шарттарҙа эш итеүгә йүнәлтелгән программа буйынса белемен камиллаштырҙы. 
- Республика Хөкүмәтенең аҙыҡ-түлеккә хаҡтарҙы ауыҙлыҡлап тотоуына ҡарамаҫтан, айырым сауҙа үҙәктәрендә уның артыуы күҙәтелә. Айырыуса диңгеҙ ризыҡтары менән ҡош ите ҡиммәтләнгән.
- Һуңғы көндәрҙәге аяҙ һауа торошо республика хужалыҡтарына ураҡ эштәрен тиҙләтергә ярҙам итте. Республика төбәктәре кеүек Әбйәлил районы механизаторҙары ла үҫтерелгән уңышты ваҡытында йыйыу өсөн бар көсөн һала.
- Өфөлә Рәсәй дәүләт автомобиль транспорты һәм юл хужалығын күҙәтеү идаралығы етәкселәренең кәңәшмәһе үтте. Юлдарҙағы хәүефһеҙлек көнүҙәк мәсьәлә тип билдәләне кәңәшмәне асып Рөстәм Хәмитов.
- Киләһе ике йылда республика юлдарында йөк үлсәү станциялары һаны етмештән артып китәсәк. Айырыуса күсмә станцияларға ҙур иғтибар бүленәсәк.
- Мутлашыуҙа ғәйепләнгән «Башстрой» төҙөлөш компанияһына бәйле бәхәсле хәл дауам итә. Был аҙнала Стәрлетамаҡ ҡалаһында бер төркөм халыҡ ҡаршылыҡ акцияһына сыҡты.
- Күмәкләгән - яу ҡайтарған. Ауылдарҙа мәктәптәр ябылыуы бер кемде лә битараф ҡалдырмай.
- Һаҡ булығыҙ, сысҡан! Башҡортостанда гемморагик биҙгәк менән ауырыусылар биш тапҡырға артҡан.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку