15.06.2014

Аҙна яңылыҡтары 15.06.2014

Республика етәксеһе был аҙнала бер төркөм хеҙмәт алдынғыларына Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың дәүләт наградаларын тапшырҙы. Бүләкләнеүселәр араһында төрлө һөнәр эйәләре бар ине.

Рәсәй Президенты Указы менән Саҡмағош районының «Волга» хужалығы механизаторы Фидрат Хаматдинов «Дуҫлыҡ ордены»на лайыҡ булды. «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» орденының миҙалы Шишмә районынан Альфред Сәхәбутдиновҡа бирелде. Медицина хеҙмәткәрҙәре көнө алдынан аҡ халатлылар ҙа иғтибарҙан ситтә ҡалманы. Уларға Рәсәйҙең атҡаҙанған табибы тигән маҡтаулы исемдәр тапшырылды.

Хәйҙәршиндәр ғаиләһенә «Газель» автомобиле асҡысы тапшырылды. Балтас районында йәшәүсе Альбина менән Винер Хәйҙәршиндар туғыҙ балаға ғүмер бүләк иткән. Үткән аҙнала Рәсәй Президенты уларҙы «Ата-әсәлек даны» ордены менән ҡыуандырғайны. Ғаиләне республика етәкселеге лә бүләкләне.

Эш менән үткән байрам. Республика етәксеһе Өфөлә төҙөлгән объектарҙы ҡараны. Улар араһында спорт комплекстары ла, торлаҡ йорттар ҙа бар. Рөстәм Хәмитов эш араһында баш ҡала халҡын байрам менән дә ҡотланы. Бер юлы Рәсәй көнө, Өфө ҡәлғәһенә нигеҙ һалыуҙың 440 йылығы һәм Салауат Юлаевтың тыуыуына 260 йыл тулыуына арналған саралар үтте.

Абсолют чемпионға еңел автомобиль. Байрам сиктәрендә Салауат Юлаев һәйкәле янындағы майҙанда милли көрәш буйынса мәртәбәле ярыш үтте. Бәйгегә республиканың төрлө тарафтарынан йыйылған иң көслө батырҙар йыйылды. Улар биш ауырлыҡ үлсәмендә Өфө ҡала хакимиәте башлығы кубогы өсөн көрәш алып барҙы.

Мәҙәниәт йылы штандарты Ирәмәлдә. Көньяҡ Уралдың иң бейек нөктәләренең береһенә уны Белорет районы мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре күтәрҙе. Эстафетаны Иҙел башы ут күршеләре Учалынан ҡабул итте.

Лотерея уйнарға яратыусыларҙы ҙур үҙгәрештәр көтә. Ярты йыл элек сыҡҡан 416-сы федераль закон төбәктәрҙә лотерея уйындарын тыйыуға йүнәлтелгән. Республика халҡы яратып өлгөргән «Урал Лото» икомпанияһы ла һуңғы уйынын 29 июндә үткәрергә тейеш.

Мәрхәмәтле мөхит. Башҡортостан юлдаш телеканалы, «Мәрхәмәт», «Русфонд» хәйриә фондтары, «Комсомольская правда» гәзите менән берлектә ҡаты сирҙән яфаланған балаларға ярҙам күрһәтеү марафонын дауам итә. Телевизор ҡараусылар ярҙамында Благовещен ҡалаһында йәшәүсе 2 йәшлек Данил
Шәмсетдинов Германия клиникаһында тикшереү үтте.

Рөстәм Хәмитов эш сәфәре менән Әбйәлил районында булды. Ул Асҡарҙа 139 урынға иҫәпләнгән балалар баҡсаһы төҙөлөшөн ҡараны. Әле бында төҙөлөш- монтаж эштәре тамамланған, коммуникациялар үткәрелгән. Эш 1-се сентябргә тамамланырға тейеш. Яңы балалар баҡсаһы асылыуы сиратты кәметер тип күҙаллана.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку