15.02.2015

Аҙна яңылыҡтары 15.02.2015

Башҡорт атын һаҡлап ҡалып булырмы? Белгестәр таҙа ҡанлы башҡорт атының генофонды өсөн борсолоу белдерә. Нимәһе менән айырыла һуң, башҡорт тоҡомло аттар? 
Быйыл Рәсәйгә ГМО продукттары индереү тыйылды. Законға ярашлы, илдә лә гены модификацияланған үҫемлек үҫтереү һәм хайуандар булдырыу ярамай. Экспертиза һәм ғилми тикшереүҙәр алып барыу ғына рөхсәт ителә. Баш ҡалала инвалид балалар өсөн актер оҫталығы түңәрәге асылды. Уны Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисы Хөрмәт Үтәшев алып бара. Театр оҫтаһы әйтеүенсә, сәхнә балаларҙың һәләтен генә асып ҡалмай , физик йәһәттән камиллашырға ярҙам итә. 
Тәфтишселәр Саҡмағош районында дүрт кешенең үлем осрағы буйынса тикшереү эшен дауам итә. Ял көндәрендә ике пар таныштарынан төҙөлөш ангарының асҡысын ала.
Кушнаренко районында өс кеше боҙ аҫтына китә. Ғәҙәттән тыш хәл Ағиҙел йылғаһында теркәлде. Ике ир ҡаргиҙәрҙә китеп барғанда боҙ ярылып һыуға ҡолай. Бер нисә сәғәттән һуң ошо уҡ урында тағы ике кеше ҡаргиҙәре менән йылға төбөнә китә.
Бәләбәйҙә 16 йәшлек ҡыҙ ванна эсендә һәләк булды. Тикшереү һөҙөмтәләренән күренеүенсә, йыуыныу бүлмәһенә ингәндә үҫмер үҙе менән бергә телефон һәм уға зарядка ала. Суд-медицина эксперттары фажиғәғә тарыусының электр тогынан һуғылыуын асыҡлай.
Башҡортостанда 167 етәксегә штраф һалынған, 470-е граждандарҙың мөрәжәғәтен ҡарау ваҡытын һуҙған өсөн яуаплылыҡҡа тарттырылған.
Һаҡ булығыҙ, грипп! Киҫкен респиратор вирус инфекцияһы һәм киҙеү ауырыуы таралыу сәбәпле, Стәрлетамаҡ ҡалаһының 14-се, 21-се мәктәптәрҙең, 2-се һәм 4-се гимназияларында карантин өлөшләтә иғлан ителһә, 1-се лицейҙа дәрестәр бөтә синыфтарҙа ла туҡтатылды. 
Башҡортостанға аҙыҡ-түлек дефициты янамай. Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайҙың аграр һәм экология мәсьәләләре буйынса комитеты кәңәшмәһендә шулай тип билдәләнде. 
«Аҙна яңылыҡтары» Еңеү яҙының 70 йыллығына арналған репортаждар серияһын дауам итә. Бөйөк Ватан һуғышында Башҡортостандан 70-кә яҡын әҙип ҡатнаша, уларҙың 29-ы яу яланында ятып ҡала. Яҙыусы-фронтовиктарға дошман илбаҫарҙарына ҡаршы ҡорал менән генә түгел, һүҙ көсө менән дә алышырға тура килә. Бөгөнгө репортаждың геройы шуларҙың береһе - Бөйөк ватан һуғышы ветераны, филология фәндәре докторы, шағир Әхәт Ниғмәтуллин.


.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку

Яндекс.Метрика