13.07.2014

Аҙна яңылыҡтары 13.07.2014

Хеҙмәтенә күрә хөрмәте. Башҡортостан етәксеһе Рөстәм Хәмитов бер төркөм хеҙмәт алдынғыларына дәүләт наградаларын тапшырҙы. 
Мәҙәниәт усаҡтары яңыртыла. «Нефтсе», хәҙер «Башҡортостан» дәүләт концерт залы, Нестеров исемендәге музей, опера һәм балет театры һәм Когресс-холлда күләмле халыҡ-ара саралар алдынан төҙөкләндереү эштәре башҡарыла. 
Ике кешенең ғүмерен өҙгән өсөн дүрт йыл да ун айға колонияға. Йома Илья Климовҡа ҡарата суд ҡарары иғлан ителде. 
2016 йылда Рәсәйҙә ауыл хужалығы иҫәбен алыу үтә. Күләмле сараның маҡсаты  илебеҙҙең артабанғы иҡтисади үҫеш йүнәлештәрен билдәләү. 
FM 104.0 мегагерц. «Волга буйы федераль округының иң яҡшы радиоһы» тип танылған «Юлдаш» каналын хәҙер Ырымбур өлкәһендә йәшәүселәр ошо йышлыҡта тыңлай ала. 
Союздаш Белорусте фашистарҙан азат итеүгә 70 йыл тула. Был ҡанлы алыш Бөйөк Ватан һуғышы тарихына Багратион операцияһы тип инеп ҡалған.  
Башҡорт теле - туған телем. Бәләбәй районының «Аҡсарлаҡ» йәйге лагерендәге «Йәйләү» сменаһы ошо девиз менән эшләй. 

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку