10.08.2014

Аҙна яңылыҡтары 10.08.2014

- Был аҙнала Рәсәй Европа берлеге, Австралия, Канада, Америка Ҡушма Штаттары һәм Норвегияла етештерелгән айырым аҙыҡ-түлек төрҙәрен илгә индереүҙе сикләне. Был хаҡта Рәсәй Хөкүмәте рәйесе Дмитрий Медведев Министрҙар кабинеты ултырышында белдерҙе.
- Башҡортостанға Украиналағы һуғыштан ҡасып Рәсәйгә һыйынырға мәжбүр булыусылар килеүен дауам итә. Төбәктәргә бүленгән квотаға ярашлы, республика 5 меңгә яҡын ҡасаҡ ҡабул итәсәк.
- ШОС һәм БРИКС илдәренең саммитына әҙерләнгән объекттар төҙөлөшө планға ярашлы башҡарыла. Рөстәм Хәмитов эштәр барышы менән яҡындан танышты. 
Остеопорозды дауалауҙың яңы алымы. Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһында зарарланған тубыҡҡа компьютер навигацияһы ярҙамында операция эшләнде.
Туҡтауһыҙ эҙләнеүҙәр - сифатлы белем биреүҙең төп нигеҙе. Ә мәғариф тармағы алға киткән осраҡта тотош республиканың тотороҡло үҫеше хаҡында һөйләргә мөмкин.
Был аҙнала Мәскәүҙә 2021 йылда Өфөлә бөтә донъя уйындарын уҙғарыу мөмкинлеге ҡаралды. Рөстәм Хәмитов Рәсәй спорт министры Виталий Мутко һәм халыҡ-ара уйындар ассоциацияһы президенты Хосе Перурена Лопез менән осрашты.
«Донъя биләмәһе». Фәйзи Ғәскәров исемендәге башҡорт дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле cығыш яһаясаҡ сираттағы фестиваль шулай атала.
Тарихи еңеү. «Өфө» клубы Премьер-лигалағы тәүге еңеүен яуланы. Яҡташтарыбыҙҙы уңыштары менән республика етәксеһе Рөстәм Хәмитов тәбрикләне.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку