09.11.2014

Аҙна яңылыҡтары 09.11.2014

Был аҙнала ил башлығы хеҙмәт хаҡы буйынса ҡоллоҡтан азат итте. Хәҙер халыҡ аҡса күсергә тейеш банкты үҙе һайлау хоҡуғына эйә. 
Һуңғы йылдарҙа һаулыҡ һаҡлауға бүленгән финанс күләме 50 миллиард һумдан ашып киткән. Бындай сығымдарҙан һуң табиптарҙан һөҙөмтәләр ҙә көтөлә. Ә улар ҡыуанырлыҡ түгел, айырым райондарҙа. 
Автомобилдәрҙе махсус туҡталҡаға эвакуациялау бизнесҡа әйләнергә тейеш түгел. Башҡортостандың йәмәғәт палатаһы ағзалары юл-патруль хеҙмәтенең үҙ вәкәләттәрен саманан тыш арттырып үтәүҙә ғәйепләй. 
Баш ҡалала заманса Робин Гуд йөрөй. Бер ир Өфө халҡына шәкәр ҡомо тарата башлаған. Хәйриәлеген ул аҙыҡ-түлеккә хаҡтарҙың саманан тыш артыуы һәм һумдың баһаһы төшөүе менән аңлата. 
Ҡытайҙың Гунцинчэн ҡалаһында башҡорт балы һатылған магазин асылды. Татлы ризыҡтың тәүге тоннаһы Ҡытай кибеттәре кәштәләренә ҡуйылған да инде. 
Эш эҙләүсе Украина мигранттарын Башҡортостан бик аҙ ҡыҙыҡһындыра. Ҡасҡындарҙың күпләп килеүе күҙәтелгән ҡалалар исемлегендә Өфө 37 урындың 23-сөһөн генә биләй. 
Киләһе йыл бензиндың бер литры 50 һумға етеүе ихтимал. Ил хөкүмәте яғыулыҡҡа акциздарҙы арттырыу яҡлы. Был инде нефть эшкәртеү өлкәһендә һалымдар ҡануниәтенә үҙгәрештәр индереү менән бәйле.
Илдең баш ҡалаһында ғәҙәттән тыш хәлдәрҙә батырлыҡ күрһәткән үҫмерҙәр тәбрикләнде. Рәсәй төбәктәренән йыйылған 20-нән ашыу йәш батыр араһында яҡташтарыбыҙ ҙа бар ине. Улар кескәй туғандарын уттан сығарған 11 йәшлек Семен Давыдов менән һыуға батыусы ҡыҙҙы ҡотҡарған 9 йәшлек Артур Фәтҡуллин. 
Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаттары яратҡан шиғырҙарын һөйләне. Әҙәби-музыкаль кисә мәҙәниәт йылы һәм киләһе, рус әҙәбиәте йылына арналды. 
Башҡортостандан Иранға экспедиция менән барған ғалимдар урындағы боронғо халыҡтың да беҙҙең ҡурайға оҡшаған музыка ҡоралы булыуын күреп шаҡ ҡатты. Хатта, уйнап та ҡараусылар табылған. Сәфәр барышында бынан тыш та шаҡ ҡатырлыҡ мәғлүмәттәр байтаҡ булған.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку