07.09.2014

Аҙна яңылыҡтары 07.09.2014

- Башҡортостанда ла 1 сентябрь - Белем көнө киң билдәләнде. Быйыл беренсе синыфҡа 46 мең бала барҙы. 
- Көслө дауыл һөҙөмтәһендә мәктәп бинаһының ҡыйығы емерелеүенә ҡарамаҫтан, Краснокама районының Ҡарый ауылы балалары белем байрамын үҙ мәктәбендә ҡаршыланы. Район халҡы көсө менән белем усағы ике көн эсендә төҙөкләндерелгән, барлыҡ тәҙрәләр алыштырылған. 
- Ғәрәсәт урынында - тәүге нигеҙ ташы. Был аҙнала Краснокама районының Ҡарый ауылында дауылдан зыян күреүселәр өсөн өйҙәр һалына башланы. 
- Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Хәйҙәр Вәлиев республика халҡы менән «тура бәйләнеш»тә аралашты. Бер сәғәт дауамында ул телефондан һайлаусыларҙы ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап бирҙе.
- «Иммунопрепарат» предприятиеһында грипҡа ҡаршы яңы вакцина уйлап сығарылды.
Быға тиклем киҙеүгә ҡаршы иҫкәртеү сараһы сит илдән генә һатып алынды. 
- Алтын ҡомға кем хужа? Өфө тирәләй законһыҙ ҡом сығарыу урындары арта. 
- Шишмә районының Шөңгәккүл ауылында йәшәүселәр тимер юл идаралығы менән көрәшә. Йылдар буйы ауыл уртаһынан үткән рельстар аша сығыу урыны юҡ, балалар ҙа, ололар ҙа хәүефкә ҡарап тормай, юлда торған вагондар аҫтынан йөрөргә мәжбүр.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку