03.08.2014

Аҙна яңылыҡтары 03.08.2014

Башҡортостан Украина ҡасаҡтарын ҡабул итә. Аҙна дауамында ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының 6 махсус борты Өфө аэропортына килде.
Украинала һуңғы айҙарҙағы хәлдәргә бәйле, ҡыҙыу нөктәнән Рәсәйгә һәм шул иҫәптән Башҡортостанға күсенеүселәр һаны арта. Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, уларға тәү сиратта ҡасаҡ йәки мәжбүри күсенеүсе статусы алыу өсөн Федераль миграция хеҙмәтенең төбәк органына мөрәжәғәт итергә кәрәк.
Аҙна балаларға бәйле ғәҙәттән тыш хәлдәр менән дә иҫтә ҡалыр моғайын. Стәрлетамаҡта 4 йәшлек сабый токтан һуғылды, Ҡырмыҫҡалы районында ике баланың ғүмере өҙөлдө. 
Халҡыбыҙҙы ағыулаусыларға ҡаршы аяуһыҙ көрәш дауам итә. Уҙып барған аҙанала Дәүләкәндә ҙур күләмдә синтетик наркотиктар тартып алынды.
Хеҙмәтенә күрә хөрмәте. 50-гә яҡын хеҙмәт алдынғыһына был аҙанала Рәсәй менән Башҡортостандың дәүләт наградалары тапшырылды. 
Был аҙнала ислам ғәләме Рамаҙан байрамын билдәләне. Аллаһы тәғәләнең ҡушҡан фарызы буйынса диндарҙар изге айҙы ураҙа тотоп үткәрҙе.
Башҡортостандың территориаль һайлау комиссиялары йәшәү урынынан ситтә тауыш биреү хоҡуғы биреүсе танытмалар тарата башланы. Ул командировкала йәки теге йәки был сәбәп буйынса һайлау участкаһына килә алмаусы граждандарға бирелә. 
Баш ҡала киләсәктә. Өфөнө үҫтереү буйынса яңы генераль план төҙөлгән. Уға ярашлы, баш ҡалала халыҡ иҫәбе 2025 йылға тиклем 30 меңгә артыр тип күҙаллана, 11 миллион 950 мең квадрат метрлыҡ майҙанда торлаҡ төҙөләсәк. Башҡортостандың төньяҡ-көнсығыш төбәгенә туристарҙы йәлеп итеү мөмкинлектәре. Ҡыйғы районында йәшәүсе Илдус Ҡужин төбәктең хозур тәбиғәтенән ярайһы ғына килем алып була, тип иҫәпләй. 
Беренсе донъя һуғышының йылъяҙмаһы һалдат дәфтәрендә. Батша ғәскәре яугиры Иҙиәтулла Замановтың хәтирә китабын туғандары ҡәҙерләп һаҡлай.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку