02.11.2014

Аҙна яңылыҡтары 02.11.2014

Рөстәм Хәмитов йыллыҡ мөрәжәғәтнамәһендә хеҙмәт кешеһенә лайыҡлы ярҙамы ла булырға тейеш, тип белдерҙе. Ғөмүмән, төбәк етәксеһенең быйылғы сығышында смарт-йәмғиәт кеүек яңғырауыҡлы һүҙҙәр булманы тиерлек.
Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы һунарсылыҡ хужалыҡтары хеҙмәткәрҙәренең вәкәләттәрен арттыра. Ошо рәүешле улар һунарсылыҡ инспекторҙары етешмәү мәсьәләһен хәл итергә иҫәп тота. 
Был аҙнала Өфөлә беренсе республика атайҙар форумы үтте. Сарала ғаиләлә атайҙар абруйын күтәреү, ир-егеттәргә ҡағылышлы проблемаларҙы хәл итеү юлдары ҡаралды. 
Был аҙнала рәсми эш сәфәре менән Башҡортостанға килеүсе түрәләр күп булды. Аҙна башында Рәсәй Президенты ярҙамсыһы Дмитрий Ушаков килһә, һуңынан Мәғариф һәм фән өлкәһен күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт етәксеһе Сергей Кравцов булды. Аҙна аҙағында ил хөкүмәте рәйесе урынбаҫары Ольга Голодец килеп ҡыуандырҙы. 
Юл-транспорт фажиғәләре артыуын күҙ уңында тотоп водитель таныҡлығын алыу ҡатмарлаштырылды. Рәсәй Хөкүмәте рәйесе Дмитрий Медведев автомобилгә идара итә белгән кешеләр генә руль артына ултырырға хоҡуҡлы тип белдерҙе. 
Мәскәүҙең Арбитраж суды «Башнефть» акцияларын дәүләткә ҡайтарыу тураһында ҡарар сығарҙы. Судья Ольга Александрова Генераль прокуратураның АФК «Система» менән «Система-инвест»ҡа дәғүәһе тулы күләмдә ҡәнәғәтләндерелде тип белдерҙе. 
Рәсәй ҡулланыусылар хоҡуҡтарын күҙәтеү идаралығы етәксеһе халыҡҡа сит илдәргә сығыуҙан тыйылып торорға кәңәш итә. Был Эбола биҙгәгенең Африканан башҡа илдәрҙә лә киң тарала башлауына бәйле. 
Салауат районында Силәбе өлкәһенән килгән браконьерҙар тотолған. Төндә дежурҙа тороусы юл-патруль хеҙмәте вәкилдәре тикшереү өсөн туҡтатылған «Нива»ның багажнигында ҡоралай түшкәһе, ә салонда ҡуш көбәкле мылтыҡ һәм бысаҡтар тапҡан. 
Бер һүҙһеҙ генә кеше талаусы ҡулға алынды. Видеокүҙәтеү ҡоролмаһына төшөрөлгән яҙманан күренеүенсә, Өфөнөң төньяҡ өлөшөндә урынлашҡан кредит ойошмаларының береһенә килеүсе клиент аҡса биреүсе ҡыҙға документын тоттора.
Һуңғы арала уҡырға яратыусылар ҡулында электрон китаптарҙы йыш күрергә тура килә. Башҡортса китаптарҙы электрон вариантҡа күсереү эше әле башланып ҡына тора.


Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку