Аҙна яңылыҡтары

Аҙна яңылыҡтары - 25.12.2016
Эко - һуңғы сарамы әллә ярҙамсы вариантмы? Башҡортостанда экстрокорпораль аталандырыу квотаһы арттырылды.
Илдә яңы йыл корпоративтары гөрләй. Иҡтисади көрсөк ваҡытында кем күпмегә байрам итә?

25 / 12 / 2016 0 244
Аҙна яңылыҡтары - 18.12.2016
Һырғалаҡтан тура дауахана койкаһына. Баш ҡала халҡы боҙ майҙансыҡтарының хәүефле булыуына ризаһыҙлыҡ белдерә.
Халыҡ һайланыусылары «фанфуриктар» һатыуҙы сикләмәксе. Илдең финас министрлығы иһә косметика сараларын бөтөнләй спиртлы эсемлектәргә тиңләргә ниәтләй.
Дүрт йыл уҡырғамы, әллә бишме? Болон системаһының ыңғай һәм кире яҡтары.
18 / 12 / 2016 0 211
АҘНА ЯҢЫЛЫҠТАРЫ - 11.12.2016
Рөстәм Хәмитов үҙ мөрәжәғәтнамәһендә идаралыҡ эшенә ҡәнәғәтһеҙлек белдерҙе. Был белдереү күләмле кадрҙар алмашыныуына ишара түгелме?
Беҙҙең быуатҡа тиклем ҡулланылған ҡорал хәҙерге заман шарттарында. Рәсәйҙең йәмәғәт палатаһы махсус техникаға таранға барыуҙы рөхсәт итергә тәҡдим итә.
Хәйбулла районынан урланған алтмыш йылҡы өсөн кем яуап бирер? Аттарҙың ни бары егерме бере генә хужаларына ҡайтарылған.
11 / 12 / 2016 0 286
Аҙна яңылыҡтары - 04.12.2016
Карст бушлыҡтарымы, әллә коммуналь авариямы? Бер аҙна эсендә ике ерҙә ер ишелеүе баш ҡала халҡын ҡурҡыуға һалды. Хәүефләнер урын бармы?
Мегаполистарға үҙәккә автомобилдә инеү өсөн хаҡ алырға рөхсәт бирмәкселәр. Көнбайыш булып ҡыланырға әҙербеҙме?
Тиктормаҫ ҡулдарҙы диуарҙарҙы бысратыуға нимә этәрә? Белгестәр балалар һәм үҫмерҙәр вандализмы үҙенсәлектәрен тикшерҙе.
04 / 12 / 2016 0 256
Аҙна яңылыҡтары - 27.11.2016
Депутаттар ҡарауһыҙ ҡалған оло йәштәгеләр менән инвалидтарҙы ғаиләләргә урынлаштырыу мөмкинлеге биргән закон әҙерләй. Ҡарттар үҙҙәре ризамы һуң?
Республика етәкселеге торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға сиратты ун йыл эсендә бөтөрөргә иҫәп тота. Һандар амбициялы. Тормошҡа ашырып булырмы?
Ер аҫты хакимлығы мутлыҡтары. Баш ҡалала автомобилде ер йотһа, Благовещенда тотош күл ер аҫтына китеп юғалған.
27 / 11 / 2016 0 266
Аҙна яңылыҡтары - 20.11.2016
Йылытҡан да, илатҡан да зәңгәр яғыулыҡ. Ҡырмыҫҡалы районында газ үткәргестәр төҙөкһөҙлөгө арҡаһында тотош ауыл күккә оса яҙҙы.
Үлемесле сайттар ҡорбандар эҙләй. Суицидҡа этәреүсе интернет сәхифәләр кемдәрҙе ҡорбан итә һәм унан нисек һаҡланырға? 
Ашығыс ярҙам каретаһына юл бирмәгән өсөн яза ҡатылана. Ә һеҙ юл бирәһегеҙме?

20 / 11 / 2016 0 292
Аҙна яңылыҡтары - 13.11.2016
Бүренән ҡурҡҡан Бөрйән уҡыусылары мәктәпкә урман аша балта тотоп йөрөргә мәжбүр. Бүреләр шулай ҡурҡытҡанмы, әллә башҡа хайуандармы?
Белорет ҡалаһы янында ғына урынлашҡан Отнурок ауылы һаманғаса электр утынан мәхрүм. Республика башлығына мөрәжәғәт иткәндән һуң ҡараңғылыҡ хакимлығына нур төшөрмө?
Бур төрмәлә ултырырға тейеш, ә енәйәтсе? Дәүләкән районында йәшәүсе ир күршемде туҡмап үлтерҙем тип бар ғәләмгә яр һала, ә хоҡуҡ һаҡсылары уны һаҡ аҫтына алырға ашыҡмай ҙа.
13 / 11 / 2016 0 345
Аҙна яңылыҡтары - 06.11.2016
Екатеринбургта һәр илленсе кеше ВИЧ менән зарарланған тип эпидемия иғлан иттеләр. Һаулыҡ һаҡлау министрлығы был хәбәрҙе дөрөҫлөккә тап килмәй тип иңҡар итә.
Утһыҙ төтөн сыҡмай. Башҡортостанда ВИЧ менән сирләүселәр күпме?
Салауат ҡалаһында уҡытыусы баланы туҡмауҙа ғәйепләнә. Мөғәлимде көс ҡулланыуға нимә этәргән?
Ялан батырҙарына автомобиль тапшырҙылар. Машиналы булыу өсөн нисә центнер ашлыҡ йыйырға кәрәк?
06 / 11 / 2016 0 334
Аҙна яңылыҡтары - 29.10.2016
Әрәмтамаҡтарға һалым. Эшләргә теләмәүселәрҙән, эшһеҙ интегеүселәрҙе нисек айырырҙар?

Белем биреүҙә яңы стандарттар. Башҡорт теле был стандарттарға ингәнме?

Антигонаға анти баһа. Башҡорт дәүләт академия драма театры ҡуйған премьера тирәләй бәхәс ҡупты. 
29 / 10 / 2016 0 254
Аҙна яңылыҡтары - 23.10.2016
Миҙгеленә тап килмәгән тәгәрмәстәрҙә йөрөгән өсөн ике мең һум штраф һалынасаҡ. Инспекторҙарға ришүәт алыу өсөн өҫтәмә сәбәп кенә булмаҫмы?
Урамда тамаҡ ялғап дауаханаға эләгеүселәр арта. Ә тәғәмханалар бер ҙә генә кәмемәй, киреһенсә, быға тиклем сувенирҙар һатҡан кибеттәр ҙә шаурма һата башланы.
71 йылдан һуң үҙ геройын тапты. Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына хәрби наградалары ҡайтарыла.
23 / 10 / 2016 0 367
Аҙна яңылыҡтары - 16.10.2016
Хәйбулла районында өлгөргән ашлыҡ урылмай ҡалған. Ә ҡағыҙҙа барыһы ла яҡшы.
Монстер хаймы, әллә Зөләйхамы? Рәсәйҙә сит ил ҡурсаҡтары һатыуҙы тыйыуҙары ихтимал.
Үҙебеҙ хаҡында һүҙебеҙ. Башҡортостан юлдаш телевидениеһы 15 йыллыҡ юбилейын билдәләй
16 / 10 / 2016 0 314
АҘНА ЯҢЫЛЫҠТАРЫ - 09.10.2016
Затон күпере асылды, ләкин автомобиль тығындары кәмерме?
Юл уртаһында ҡалған йорттарҙы һүтеү өсөн хужалар күпме хаҡ һорай?

Күрше Татарстанда сусҡаларҙы ҡырыусы африка тағуны ҡотора.
Башҡортостан был үләтте иҫкәртә алырмы?

Республикала ас айыуҙар һөжүм итә, ә кешеләр хатта, һаҡлана ла алмай.
Ҡушкөбәк кемгә тоҫҡалған? Айыу хаҡмы, әллә кешеме?
09 / 10 / 2016 0 334
Аҙна яңылыҡтары - 02.10.2016
Ҡайһы осраҡта прививка дауа, ә ҡайһы ваҡытта ағыу?

Хеҙмәт хаҡын тотҡарлаусыларға яуаплылыҡ арта. Намыҫһыҙ етәкселәрҙе ниндәй яза көтә?

Бухгалтер һөнәренең юҡҡа сығыуы ихтимал. 2030 йылға тиклем йәмғиәттән йөҙ һөнәр юҡҡа сығасаҡ һәм тағы ла ике йөҙ яңыһы барлыҡҡа киләсәк. Ниндәй һөнәргә уҡыу отошлораҡ?
02 / 10 / 2016 0 384
Аҙна яңылыҡтары - 25.09.2016
Сермән балалар йортонда тәрбиәләнеп патронат ғаиләләргә урынлашҡан балалар хәҙер ярты йыл пособиеһын алмай. Яуаплы ведомство аҡсаларҙы ебәргән, ә кешеләр уны алмаған. Пособиены кем ашаған?
ХХХ
Толпар ауылы халҡы район үҙәгенә сығыу өсөн ҙур ҡыйынлыҡтар кисерә. Мәғариф министрлығымы, әллә ,,Башавтотранс"мы? Балаларҙы мәктәпкә йөрөтөү өсөн кем яуаплы?
ХХХ
Театрҙар ижад миҙгелен аса. Тамашасыларҙы быйыл ниндәй премьералар көтә?



25 / 09 / 2016 0 346
Аҙна яңылыҡтары - 29.05.2016
Учалыла 43 йәшлек ир тау-байыҡтырыу комбинаты идаралығында травматик пистолеттан ут асты
Бер һаҡсы һәм һөжүм итеүсе үҙе йәрәхәтләнгән. Ирҙе ҡорал алырға нимә мәжбүр иткән?

Утлы йәшен һайлап тормай, ҡартын, йәшен
Дәүләкән районында телефондан һөйләшкән ирҙе йәшен атҡан. Утлы шар йышыраҡ кемдәрҙе һайлай һәм йәшендән ҡайҙа йәшенергә?

Башҡорт Гарри Поттерҙары
Башҡортостанда ла таяҡта осоп йөрөүсе әүлиәләр йәшәгән. Ишандарҙы күккә ниндәй көс күтәрә?
29 / 05 / 2016 0 457
Аҙна яңылыҡтары - 22.05.2016
Һалым милектең кадастр хаҡынан сығып билдәләнә башлау менән ташландыҡ ерҙәр ҙә курорт зонаһына әйләнде
Ер участкаларының кадастр хаҡын кемдәр һәм ниндәй механизм буйынса билдәләй? Ғәҙелһеҙлеккә сик ҡуйылырмы?

Төнгө тынлыҡты кемдәр боҙа?
Баш ҡала халҡы саманан тыш үкергән мотор тауыштарына зарлана. Рәсәйҙең ҡайһы бер ҡалалары төндә мотоциклдарҙа йөрөүҙе бөтөнләй тыйырға иҫәп тота. Өфө был башланғысҡа ҡушылырмы?

Пофистал, Перкосрак, Даздраперма
Бер төркөм депутаттар Рәсәйҙә сәйер исемдәр ҡушыуҙы тыйыу яҡлы. Исемдәрҙең есемгә зыяны бармы?











22 / 05 / 2016 0 558
Аҙна яңылыҡтары - 15.05.2016
Тиҙҙән һөт, ит , икмәкте лә интернеттан ала башлаясаҡбыҙ
Башҡортостан фермерҙары интернет киңлектәрендә сауҙа итергә тотонасаҡ. Электрон баҙарҙа аралашсыларҙан ҡотолоп булырмы?

Өҫтөнлөк йәйәүлегәме, әллә ике тәгәрмәслегәме?
Баш ҡала тротуарҙарын икегә айырып волосипед юлдары эшләнеләр, ә хоҡуҡтарҙы бүлеп бирмәнеләр. Хаҡлыҡ кемдә?

Ғүмерҙең һуңғы секундын теркәгән кадрҙар
Үҙ-үҙен фотоға төшөрәм тип вафат булыусылар арта. Рәсәй үлемесле селфи күплеге буйынса донъяла икенсе урында. Һуңғы фоторәсем эшләргә нимә этәрә?
15 / 05 / 2016 0 504
Аҙна яңылыҡтары - 08.05.2016
Улар еңеү сафтарында һәр ваҡыт ҡала
Башҡортостан «Үлемһеҙ полк» акцияһына әҙерләнә. Быйыл «Үлемһеҙ полк»та егерме меңдән ашыу кеше ҡатнашыуы көтөлә.

Янғындан һуң.... барыһына ла - насос
Республикала өс янғында туғыҙ баланың ғүмере өҙөлгәндән һуң ҡотҡарыусылар халыҡты янғын хәүефһеҙлегенә өйрәтә.

Иҡтисади көрсөк эҙемтәләре
Быйыл илдәге виртуаль һатыу бер триллион һумға етәсәк. Оҙаҡламай Башҡортостанда ауыл хужалығы тауарҙары ла виртуаль баҙарҙа һатыла башлай.






08 / 05 / 2016 0 497
Аҙна яңылыҡтары - 01.05.2016
Ике көндә генә утта алты баланың ғүмере өҙөлдө
Республика етәкселеге һәр ағас йортта янғын сигнализацияһы ҡуйырға ҡуша


Өфөлә яманаты таралған такси эш башланы
Бөтә донъяла тиерлек эшләгән такси хеҙмәте Башҡортостанға ниндәй «күстәнәстәр» алып килер? Оторбоҙмы, әллә отолорбоҙмы?

Башҡортостан мәктәптәрендә яңы фән барлыҡҡа киләсәк
Киләһе уҡыу йылынан балалар финанс белем ала башлай. Ҡайһы бер мәктәптәрҙә бюжет нигеҙҙәрен әле үк өйрәнәләр.
01 / 05 / 2016 0 465

Страницы: 1 2 3 4 5 6 След. Все
Календарь