Затон күпере төҙөлөшөнә миллиард ярым һум

Затон күпере төҙөлөшөнә миллиард ярым һум 29.07.2016

Башҡортостан  федераль үҙәктән ошо күләмдә финанс ярҙам алды. Экономияланған аҡсалар республикала социаль объекттар төҙөүгә йүнәлтеләсәк. Был турала Рөстәм Хәмитов Ағиҙел аша һалынған күперҙә эштәр барышы менән танышҡанда белдерҙе.

Затон күпере әле 90 процентҡа әҙер, ти төҙөүселәр. Ни бары йәйәүлеләр юлы, кәртәләр урынлаштырыу һәм башҡа ваҡ эштәр башҡараһы ғына  ҡалған. Авгус аҙаҡтарына күпер өҫтөнә асфальт ҡатламы ла түшәй башлаясаҡтар. Рөстәм Хәмитов төҙөүселәрҙән юл япмаһының сифаты ун йылға етәрлек булыуын талап итте.

Затонға илткән юлда Ағиҙел аша һалынған күпер республика ҡаҙнаһына 5 миллиард һумға төшәсәк. Әле был аҡсаларҙың 4 миллард  һумдан ашыуы үҙләштерелгән дә инде. Республика етәкселеге объект төҙөлә башлау менән федераль үҙәктән финанс ярҙам  һораны. Аҡсалар эштәр тамамланыуға ғына бүленде. Хәҙер был эшкә тәғәйенләнгән республика аҡсаларын башҡа йүнәлештә ҡулланыу мөмкинлеге бар.

Төҙөүселәр әйтеүенсә, ике ай самаһы үтеүгә эштәр тулыһынса тамамланырға тейеш. Әйткәндәй, был объект   ҙур проектың беренсе сираты ғына. Киләһе ун йыл эсендә Өфөлә тағы ла өс күпер төҙөү күҙаллана. Был иһә транзит транспортҡа  баш ҡаланы көнбайыш яҡтан урап үтеү мөмкинлеге бирәсәк.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку