Йылына 7 процент менән фатирға кредит

Йылына 7 процент менән фатирға кредит 20.06.2017

Республика торлаҡ-төҙөлөш һаҡлыҡ программаһында ҡатнашыусылар  уңайлы финанс мөмкинлектәр менән файҙаланыу форсатына эйә. Өс йыл самаһы элек эшләй  башланған программа үҙ емештәрен бирә башланы.

Стеналарҙа яҡты обойҙар, күңелДә изге ниәт. Өфө һыу каналы  предприятиеһы хеҙмәткәре Рәзилә Кәримовнаның 20 йыл хыялланған теләге тормошҡа ашҡан. Өфөнән фатир алыу өсөн ул Республика торлаҡ-төҙөлөш һаҡлыҡ программаһында ҡатнашҡан.
Республика  торлаҡ-төҙөлөш һаҡлыҡ программаһы  үҙен тулыһынса аҡлай тигән фекерҙә белгестәр. Һуңғы осорҙа унда ҡатнашыусылар һаны ла арта. Был осраҡлы түгел. Программа буйынса кредит ставкаһы йылына 7 процент самаһы.
Һаҡлыҡ программаһы ярҙамында  беренсел йәки икенсел торлаҡ алырға хатта,  яңы йорт һалып сығырға ла мөмкин. Иң мөһиме финанс мөмкинлектәрҙән сығып, махсус иҫәпкә аҡса йыйыу. Уның мөҙҙәте 3 йылдан 6 йылғаса. Был аҡсалар фатир өсөн тәүге иғәнә булараҡ ҡулланыла.  Республика программаһы партнерҙары итеп    банк бизнесында алдынғы урындарҙы биләүсе кредит ойошмалары тәғәйенләгән.
Руслан Ғәлин, Рәсәй Һаҡлыҡ банкы Башҡортостан бүлексәһенең идаралыҡ етәксеһе: «2017 йылдың апреленән торлаҡ һаҡлыҡ программаһы яңы этапҡа күтәрелде. Кредиттар бирелә башланы. Әлегә 200 ғариза хупланған, ташламалы шарттарҙа 50 кредит бүленгән».
Әле программа нигеҙендә яңы фатир асҡыстарын алыусылар ҙа бар.
17 кеше торлаҡ һатып алыу йәки өлөшләтә төҙөлөштә ҡатнашыу буйынса килешеүҙәрҙе төҙөгән. Йәғни, улар тәғәйен фатирҙарын билдәләп тә ҡуйған. 60 кеше программаға һайлап алынған. барыһы ла уңышлы эшләп китте. Торлаҡ-төҙөлөш һаҡлыҡ программаһында  әле  барлығы  7 мең самаһы  кеше ҡатнаша.
Программала урындағы үҙидаралыҡтарҙа ташламалы шарттарҙа торлаҡ алыуға иҫәптә торған Башҡортостан граждандары ҡатнаша ала. Исемлек менән төҙөлөш һөм архитектура буйынса дәүләт комитетының рәсми сайтында танышырға мөмкин.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку