Йылына 15 миллион доллар бик аҙ

Йылына 15 миллион доллар бик аҙ 26.10.2016

Бөгөн Башҡортостан башлығы Вьетнамдың тулы хоҡуҡлы илсеһе менән осрашыуҙа ике республика араһындағы тауар әйләнешен арттырыу кәрәклеген билдәләне. Азиялағы илгә оҙатылған тауар күләме әллә күп түгел, шул уҡ ваҡытта Вьетнам беҙҙең төбәк менән бөтөнләй хеҙмәттәшлек итмәй тиерлек. Әлбиттә улай булырға тейеш түгел. Ике аралағы партнетлыҡ мөнәсәбәттәрен төрлө өлкәләрҙә нығытыу талап ителә, тине Рөстәм Хәмитов.

Республика башлығының тәҡдиме ҡунаҡтарҙа ҡайнар хуплау тапты. Сөнки әлегә ваҡытта Вьетнам етәкселеге Рәсәй менән мөнәсәбәттәрҙе үҫтереүҙе өҫтөнлөклө маҡсат итеп ҡуйған.  Был йәһәттән Башҡортостан менән килешеү артабанғы хеҙмәттәшлеккә ныҡлы нигеҙ буласаҡ, тип билдәләне тулы хоҡуҡлы илсе.  

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика