Йылы тун кейгән ыҡсым йорт

Йылы тун кейгән ыҡсым йорт 22.09.2017

Башҡортостанда ҡаланан ситтә йәшәү өсөн  уңайлы шарттар булдырыла. Республикала тәүге энергоһөҙөмтәле йорт Өфөнөң Нуғай паркында төҙөлгән.

Энергоһөҙөмтәле материалдарҙан ҡоролған был йорт ни бары бер миҙгел эсендә төҙөлә. Уны файҙаланыуға тапшырыуға өс-дүрт ай  ваҡыт та етә. Әҙер коттедж хужаһына баҙар хаҡтарынан күпкә арзаныраҡҡа төшә. Квадрат метры уртаса 25- 30 мең һум тирәһе. Энергияны әҙ ҡулланыусы йорт ғаилә бюджетын да тәләфләмәй һәм файҙаланыуҙа ла уңайлы.
Ағас таяуҙарҙан тәүге йорт Америка Ҡушма Штаттарында  1661 йылда төҙөлгән. Ул өс быуат буйы хеҙмәт итә. Ә Германияла урыҫ стилендә һалынған йорт 1725 йылда ҡоролған. Әлеге ваҡытта ул музей ролен үтәй. Рәсәйҙә донъя кимәлендә ҡулланылған ысул нигеҙендә ағас таяуҙарҙан ҡоролған йорт ике йыл элек  Калуга өлкәһендә файҙаланыуға тапшырылған. Ике ҡатлы 165 квадрат метр майҙанлы йорттоң хужабикәһе ҡышҡы сатлама һыуыҡтарҙа йылылыҡ өсөн ни бары мең ярым һум  аҡса түләй. Бындай экономияны  эксперттар ҙа иң оптималле тип иҫәпләй. Пилот проектын тәҡдим итеүселәр НОПРИЗ инновация проекттарының махсус бүләгенә лайыҡ булған.
Артем Ковшов, Башҡортостандың төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты рәйесе урынбаҫары: «Хәҙерге ваҡытта йортто һатып алғанда түккән аҡсанан  тыш, уны артабан йәшәтеү өсөн сығымдар ҙа экономиялы булырға тейеш. Йылытыу, елдән һәм дымланыуҙан һаҡлау, нигеҙен ҡороу. Проектлаусылар тарафынан төҙөлөштөң матди  яғы ла  ныҡлы уйланылһа, был йортто эксплуатациялау барышында энергия ресурстарын ныҡлы экономиялау мөмкинлеген бирәсәк».
Терәүле йорт фин каркасында -  йылыны оҙаҡ тотоусы платформала төҙөлә. Ныҡлы ағас терәүҙәр, янғынға бирешмәүсе таш мамыҡ ҡулланыла. Һуңғыһы йылылыҡты ағасҡа ҡарағанда биш тапҡырға күберәк һаҡлай ала, биш тапҡырға осһоҙораҡ та.
Ағас таяуҙарҙан төҙөлгән йорт - заман төҙөлөш тармағының иң яҡшы ысулы. Уның стеналары йылытыла һәм бындай йортта йәшәүселәр коммуналь хеҙмәттәргә лә артыҡ ҙур хаҡ түләмәй. Ошо 73 квадрат метр йортто газ менән йылытыуға йылына - 3000, ә электр менән йылытыуға 12000 һум самаһы аҡса сарыф ителә.
Америка менән Канадалағы йорттарҙың 70-80 проценты - ошо ысул ярҙамында ағас терәүҙәрҙән  төҙөлгән. Беҙҙең Рәсәй ерлегендә был технологияға шикләнеп ҡараусылар һәм  ышаныс белдереп, ҙур уңышҡа ирешеүселәр ҙә бар.  
Андрей Баннов, «Технониколь-йорт» проекты  етәксеһе /Мәскәү/: «Беҙ төҙөлөштә  бөтә  донъя оҫталарының йорттарҙы йылытыу технологияларын ҡулланабыҙ. Бында нигеҙ ҡороу, дүрт яҡтан стеналарҙы көпләү системаһы төплө уйланылған. Беҙҙең йортҡа һалынған инвестициялар үҙен аҡлай».
Был проект менән Башҡортостандың төҙөлөш буйынса дәүләт комитеты ла ҡыҙыҡһыды. Сөнки квадрат метры 30 мең һум самаһы торған йорттарҙы торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтаж ғаиләләр ҙә ала ала. Был технология буйынса матди хәлеңә һәм мөмкинлегеңә ҡарап күңелеңә ятҡан проектты тормошҡа ашырырға була. Тик ҡаланан ситтә йәшәргә теләгең генә булһын.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку