Йылайыр районында йәшәүсе һәр өсөнсө кеше эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнә 17.04.2017

Иң юғары  күрһәткес урман хужалығы, сауҙа өлкәһе һәм ауыл хужалығына тура килә. Ошо көндәрҙә төбәктә эшҡыуарҙар өсөн бизнес-форум үтте. Фекер алышыуҙа Башҡортостан Хөкүмәте вәкилдәренән тыш, банк структуралары, бизнес даирәһе белгестәре ҡатнашты.

Берҙәш ауылында сементаль тоҡомло малдар үрсетеүсе Сапожниковтар, Йылайырҙа ит эшкәртеү сәнәғәтен яйға һалған Любимовтар. Райондың ниндәй генә ауылын алһаҡ та йүнселлек эше беренсе планға һалына. Сөнки республиканың төпкөлө башлыса электән урман иҫәбенә йәшәне, бөгөнгө шарттарҙа һәр ауыл биләмәһенә  кәсепселеккә килергә тура килә. Быны бизнес форум алдынан мәҙәниәт йортоноң фойеһында ҡуйылған күргәҙмә лә асыҡ сағылдырҙы. Һабырҙар шифалы үләндәр йыя, ҡыҙлар биргән ауылы һағыҙ ҡайната, кемдер шәл бәйләп һата, агротуризм йүнәлешендә тәүге аҙымдарын яһай.
Йылайырҙар үҙҙәренең ерлегенә хас бизнес алымдарын һайлай. Йәйгеһен еләк йыя, көҙгөһөн бәшмәк һатып аҡса эшләй. Шәл бәйләп тормош көткән, балалар уҡытҡан апайҙар бар. Ә Ҡыҙлар биргән ауылы янындағы йөҙйәшәр  ҡарағастарҙан алынған сайыр һағыҙын бөгөн райондан тыш беләләр
Форумдың маҡсаты эшҡыуарлыҡҡа килгән кешеләргә күберәк мәғлүмәт еткереү, был өлкәләге бихисап  дәүләт программалары менән таныштырыу ине. Сөнки ауыл ерлегендәге бизнестың аҙымдары ышаныслы түгел, ти белгестәр. Үҙәктән алыҫта урынлашыу сәбәплекешеләргә тейешле мәғлүмәттәр, эш  асыу кәңәш, ярҙам етешмәй.
Форум һуңында район эшҡыуарҙары үҙенсәлекле акцияла ҡатнашты. ул бизнес‐балаларға тип аталды. Акция  шарты буйынса теләге булған эшҡыуар төрлө балалар учреждениеларына ярҙам күрәһәтә алды.  Урта мәктәптә музей ойоштороуға,балалар баҡсаһына уйын  майҙансыҡтарын төҙөүгә, спорт мәктәбенә кейем һалымға аҡса бүлгән эшҡыуарҙар булды.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика