Йыл әйләнәһенә фатирҙы йылытыу һәм коммуналь түләүҙәрҙә экономиялау мөмкинлеге 12.09.2017

Благовар районының Первомайский ҡасабаһында күп фатирлы йорттар шәхси газ ҡорамалдары ярҙамында йылылытыуға күсерелә. Август айында зәңгәр яғыулыҡ менән тәьмин итеүсе системалар мотажлана башлаған да инде.

Һуңғы ун йылда был йорттарға йылылыҡ үҙәкләштерелгән ҡаҙан аша бирелә. Йылытыу миҙгеле октябрҙә башланып, апрель айҙарында тамамланған. Фариҙарҙа һауа темпетарураһын көйләү мөмкинлеге бөтөнләй булмай. Ҡышҡы саманнын тыш эҫе, йәйҙәрен һыуыҡ була ине тип белдерә Айгөл Зәйнетдинова. Уларҙың йорто газ менән шәхси йылытыуға күсерелә.
Иң мөһим үҙгәреш  йылылыҡ өсөн түләүҙәр -иҫәпләү ҡоромаларында күрһәтелгән һандарҙан сығып башҡарыласаҡ. Был ғаилә бюджетын экономиялауға ла булышлыҡ итәсәк. Первомайский ҡасабаһында ғына шәхси йылытыуға егеме ике ике ҡатлы йорт күсереләсәк. Был маҡсатта социаль учреждениеларҙы ла индереп, 77миллион һум аҡса тотонолған.
Замира Мозговая, Превомайский ауыл биләмәһе башлығы: «Был программаны тормошҡа ашырыу маҡсатында өс социаль объектта һәм хакимиәт бинаһында   блок -модулле өс ҡаҙан урынлаштырыласаҡ. Балалар баҡсаһы, дауахана һәм ауыл мәҙәниәт йорттарының һәр береһендә үҙ ҡаҙанлығы буласаҡ. Был үҙ сиратында бюджет сығымдарын эконимияларға мөмкинлек бирәсәк. Ә балалар баҡсаһы һәм дауаханаларға  миҙгелдән  алда йылы биреү нисек яҡшы булғанын үҙегеҙ ҙә аңлап тораһығыҙ  бит».
Күп фатирлы йорттарҙы шәхси йылытыуға күсереүгә - 54 миллион ярым һумдан  ашыу  сығымдар талап ителгән. Йорт хужалары сығымдарҙың 10 ғына үҙҙәре ҡаплай. Фатирҙар иҫәбенән сығып уртаса һәр хужанан 20 мең һум тирәһе. Ҡалған сумма республика һәм район бюджетынан ҡаплана. Газ һәм йылытыу ҡорамалдары менә тәьмин итеүсе подрядсы ойошма эштәрҙе 15 cентябргә тамамларға вәғәҙәләй. Опрессовкаларға һәм ҡорамалдарҙы эшкә егергә генә ҡала. Йылытыу миҙгеленә Первомайский ҡасабаһында йәшәүселәр зәңгәр яғыулыҡ ҡуллана башлаясаҡ.


Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика