Юл ситендәге кафе 09.03.2016

Белорет районы Ҡолмас ауылында электр уты линиялары ла, зәңгәр яғыулыҡ та үткәрелмәгән, әммә халыҡ урындағы цивилизацияһыҙ тормоштан баш тартырға ашыҡмай. Зилә Ғәлийәнова тыуған ауылын һаҡлап ҡалыр өсөн бәләкәй эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнә башлай һәм әлеге көндә урында туристик маршруттар булдырыу маҡсаты менән йәшәй.

Белорет-Өфө трассаһы буйлап йөрөүселәр Ҡолмас ауылын урап ҡына үтә алмай. Урындағы кафела тиҙ генә тамаҡ ялғап сығырға мөмкин. Һөнәре буйынса тракторсы Зилә Ғәлийәнова ун биш йыл элек бизнес менән шөғөлләнергә баҙнат итә һәм бер ниндәй ярҙамһыҙ маҡсатына ирешә. Бәләкәй мангал урынында хәҙер мөһабәт бина урынлашҡан. Хеҙмәткәрҙәр һаны ла тиҫтәнән ашыу, иң мөһиме - даими клиенттар ҙа бар. Юлдағыларҙы бында һәр ваҡыт ихлас ҡаршы алалар.
Зилә Ғәлийәнова иҡтисади көрмөк мәлендә  кафеһын юғалтмаҫ өсөн яңы үҫеш юлдарын да барлаған. Әлегә экономиялау маҡсатында кәртә тултырып мал-тыуар аҫрай, ҡош-ҡорт үрсетә. Урындағы фермерҙар  менән дә бәйләнеш нығытылған. Менюнан һыйыр, сусҡа, һарыҡ итенән ҡыҙҙырылған  шешлеккә   ихтыяж айырыуса ҙур. Исрафил Баһауетдинов «был ризыҡтан ғына түгел, уның еҫенән үк  күптән туйҙым»,- ти. Шуға ҡарамаҫтан, көн әйләнәһенә мангал янында эшләүенән ҡәнәғәт.
Шешлекте бигерәк тә йәйгеһен күпләп алалар, килем дә тап ошо миҙгелдә генә кеҫәгә һиҙелерлек итеп төшә. Бынан тыш, кафе эргәһендә  ауыл уңғандары үҙҙәре етештергән продукцияны тәҡдим итә.  Бигерәк тә Архангел йүнселдәренең балы иң үтемлеһе тип һанала.
Ҡолмас ауылы хозур тәбиғәт ҡосағында урынлашҡан. Ғәлийәновтарҙың тырыш ғаиләһе бында ял итеү үҙәге лә ойошторорға мөмкин тигән ҡарашта. Бының өсөн йүнселдәр финанс сығымдарҙан да ҡурҡмай. Иң мөһиме ауылға электр уты линиялары үткәрелһен. Телефон бәйләнешенең булмауы ла хәлде ҡатмарлаштыра.
Яҡын-тирәлә юл-транспорт ваҡиғалары була ҡалһа ла, зыян күреүселәр иң тәүҙә  кафе хеҙмәткәрҙәренә мөрәжәғәт итә. Тик  эш режимы бында ла сикләнгән. Яҡтылыҡ булмағас, генератор ҡулланыла. Һөҙөмтәлә ут өсөн йыллыҡ түләүҙәр барлыҡ килемде юҡҡа сығара.
Шулай ҙа Зилә Ғәлийәнова төшөнкөлөккә бирелмәй. Белорет районы тәбиғәтен ханым ожмахҡа тиңләп, яҡын киләсәктә тыуған ауылы янында йылҡысылыҡ менән шөғөлләнергә, туристик мрашруттар төҙөргә ниәтләй. Эшҡыуар, хыялдарҙың  тормошҡа ашасағын яҡшы белә.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика