«Юл приставы» йәнә бурыслыларҙы ҡармаҡлай

«Юл приставы» йәнә бурыслыларҙы ҡармаҡлай 03.08.2017

Бөгөн һалым органдары суд приставтары менән берлектә сираттағы рейдҡа сыҡты. Һанаулы  ғына ваҡытта тиҫтәләрсә водитель автомобилһеҙ тороп ҡалды.

Рейд барышында һәр бишенсе автомобиль хужаһының документтары ентекле тикшереү үтте. Бурыслылар шунда уҡ асыҡланды.  3 миллион һумдан ашыу аҡсаны ҡайтармаған. водитель артабан юлын йәйәү дауам итергә мәжбүр булды.
Юлда туҡтатылған  водителдәр, тимер атһыҙ ҡалмаҫ өсөн, һалым бурыстарын урында уҡ  түләргә ашыҡты. Рейдтағы бөтә аҙымдар ҙа «Юл приставы» аппарат-программа комплексы ярҙамында  атҡарыла. Система бер-нисә секунд эсендә үтеп барған автомо­би­л­дең номеры буйынса уның хужаһының  бурыстарын тураһныда тулы мәғлүмәт бирә.
Суд приставтары «башҡарыу эштәре тураһындағы» Федераль закондың 80-се статьяһына ярашлы, бурыслының мөлкәтенә арест һалырға хоҡуҡлы. Әле эвакуацияланған газель да быға асыҡ миҫал. Унан тыш автомобиль эсендә булған бар мөлкәт тә тартып алыныуы ихтимал. Ә инде рулдә кем ултырыуы, мөлкәт хужаһының булыу-булмауы ла мөһим түгел.
Газель хужаһының 900 мең һумға яҡын бурысы бар. Ул төрлө банк ойошмаларына түләнмәгән кредиттар, штраф квитанцияларында күрһәтелгән суммаларҙан йыйылған. Машина штраф туҡталҡаһына оҙатылды. Хужаһы ун көн эсендә бер ниндәй ҙә сара күрмәһә, Газель һатыуға ҡуйыласаҡ.
Башҡортостан федераль һалым хеҙмәте идаралығы мәғлүмәттәре буйынса, бөгөнгө көндә республика граждандарының Хөкүмәткә яҡынса 2 миллиард ярым һум   бурысы йыйылған. Уның 72 процентын транспорт һалымы тәшкил итә. Юл приставының ял көнөндә лә килеп сығыуы ихтимал. Шуға ла бурыстары йыйылған водителдәргә  бөгөндән үк уларҙы ҡаплап ҡуйырға кәңәш ителә.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку