Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспецияһы хатаһы 06.10.2016

Өфөлә йәшәүсе Мария Чечерова үткән ай башында үҙенең еңел автомобиле өсөн  100 мең өс йөҙ һум  күләмендә һалым түләргә тейешлеге хаҡында белеп хайран ҡала. Тейешле күләмдәге  һалым суммаһын үҙгәртер өсөн ул бер ай дауамында һалым һәм юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге инспекциялары араһында дөрөҫлөк эҙләргә мәжбүр.

Мария Чичерова  һалым квитанцияларына ҡабат-ҡабат тикшерә. Урта класслы автомобиленә  элиталы внедорожник һалымынан да күберәк квитанция алған. 80 ат көсө урынына һигеҙ меңлек двигатель өсөн аҡса түләргә кәрәк. Билдәһеҙлектә ҡалған ханым  һалым һәм юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге инспекциялары араһында ғәҙеллек юллау менән мәшғүл.
Мария Чечерова, автотранспорт хужаһы: «Бер ай үткәндән һуң 100 мең һум күләмендә күрһәтелгән түләү ҡағыҙы алдым. Һалым инспекцияһына сумманы үҙгәреүгә ҡарата мөрәжәғәтем бер ниндәй ҙә һөҙөмтә бирмәне».
Мария һалымдың күләмен яңынан ҡарау өсөн ғариза яҙған. Уның үтенесе Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһына ебәреләгән. Бер ай ваҡыт үтһә лә, хәл үҙгәрмәгән. Мария Чечерованың һалым түләү өсөн ике ай ваҡыты ҡалған. Бөтә бәлә тыныш билдәһе, йәғни нөктәнең  тейешле урында ҡуйылмауы арҡаһында тыуа.
Алексей Булатов, водителдәр хоҡуҡтарын яҡлау йәмғиәте етәксеһе:  «Һалым органдарына  шәхси мөрәжәғәт  һәм сайт ярҙамында сығырға, йә булмаһа заказлы хат ебәрергә  мөмкин. Мөрәжәғәттәр бөтәһе лә ике дана булырға тейеш».
Юл ҡағиҙәләрен боҙған өсөн ҡайһы бер автомобиль хужаларының  ғәжәп штрафтар алыуы ла аптырашта ҡалдыра. Мәҫәлән, ике тура һыҙыҡты машинаның шәүләһе киҫкән осраҡ,  йәки эвакуатор платформаһында ултырған автомобилдең  сәғәтенә 22 километрҙан ашыу хәрәкәт итеүе, был ваҡытта видеокамера эвакуаторҙың тиҙлеген теркәгән булып сыға бит. Хаталар арҡаһында ҙур күләмдәге штрафтар  йәмәғәтселектән тыш, илдең юғары етәкселеген дә иғтибар үҙәгендә. Орлов өлкәһендә урынлаштырылған видеокамераларҙың береһе автомобилдең сәғәтенә 1418 километр тиҙлек менән елдергәнен теркәй. Штрафтар  автоматик рәүештә баҫтырыла, әммә ябай кешеләргә уларҙың раҫмы-түгелме икәнен иҫбатлау өсөн  бер-нисә дәүләт органы араһында дөрөҫлөк юлларға тура килә. Рәсәй Хөкүмәте рәйесе Дмитрий Медведев фекеренсә бындай кәртәләр дөрөҫ түгел. Өфөлә йәшәүсе Мария Чечерова йөҙ меңләгән хатаны мөлкәткә һалым түләү мөҙҙәте еткәнсе төҙөтәргә ниәтләй. Юғиһә был ваҡиғаның суд аша хәл ителеүе лә ихтимал.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика