Һыуҙы иҫәпләү ҡоролмаһын алмаштыр йәки тикшерт

Һыуҙы иҫәпләү ҡоролмаһын алмаштыр йәки тикшерт 23.09.2016

Белгестәр  фекеренсә,  һыу өсөн килгән артыҡ хаҡтар тап ошо ике сәбәп менән бәйле. Әле был  ҡоролмаларҙың төҙөклөгөн  Башҡортостандың төбәк стандартлаштырыу, метрология һәм һынау үҙәге тикшерә.

Һыу иҫәпләү ҡоролмаһының төҙөклөгөн тикшереү артыҡ ҡатмарлы түгел. Махсус апппарат аша ун литр тирәһе һыу өйөртөлә һәм күрһәткестәр сағыштырыла, әгәр  һандарҙың айырмаһы норманан артып китә икән  иҫәп ҡоролмаһын алмаштырыу кәрәк. Ә төҙөк булғанда бары пломба һуғыу талап ителә.
Хәйруллиндар ғаиләһе белгестәрҙе үҙҙәре саҡыртҡан,  ике кеше генә йәшәйбеҙ, ә һыу өсөн хаҡ  ишле ғаиләгә һымаҡ килә, ти хужабикә.
Хеҙмәткәрҙәр тикшереү үткәргәндән һуң справка бирә, ошо  документ менән берҙәм иҫәп үҙәгенә барып  квитанцияларҙы тәртипкә килтереү талап ителә. Хаҡ артыҡ түләнгәндә яңынан һанатырға ла мөмкин.
Руслан Әхмәтйәнов, Башҡортостан дәүләт төбәк стандартлаштырыу, метрология һәм һынау үҙәгенең бүлек етәксеһе: «Иҫәпләү ҡоролмаларының яраҡлылыҡ ваҡыты бар, срогы сыҡмаһын өсөн иғтибарлы булырға кәрәк. Уларҙың тиҙерәк әйләнә башлауы ла мөмкин.  Был ваҡытта мотлаҡ белгестәрҙе саҡыртып тикшертергә кәрәк».
Һыуыҡ һыуҙың иҫәп ҡоролмаһын 6, эҫенекен 4 йыл һайын тикшертеп тороу зарур. Әлбиттә, был хеҙмәт бушлай түгел, 400 һумға яҡын түләргә кәрәк.  Икенсенән, дәүләт учреждениеһының хаҡтары шәхси ойошмаларҙыҡына ҡарағанда күпкә арзаныраҡ.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку