Ҡытайҙың Гунцинчэн ҡалаһында башҡорт балы һатылған магазин асылды 06.11.2014

Татлы аҙыҡтың тәүге тоннаһы Ҡытай кибеттәре кәштәләренә ҡуйылған да инде.  

«Башҡортостан бизнесы көндәре» сиктәрендә  хеҙмәттәшлек тураһында бер нисә килешеү төҙөлдө. Башҡортостан Хөкүмәте менән Цзянси провинцияһының Халыҡ хөкүмәте араһында дуҫтарса мөнәсәбәт булдырыу, Өфө хакимиәте менән Наньчан ҡалаһының Халыҡ хөкүмәте араһында хеҙмәттәшлекте үҫтереү  тураһындағы протоколдарға ҡул ҡуйылды. Бынан тыш, Башҡортостан Хөкүмәте менән «Zhong ge trading group» предприятиеһы араһында, Башҡортостан Хөкүмәте, «Ишсталь» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте һәм «Цяо Лян» ауыр сәнәғәттең проект институты» компанияһы араһындағы хеҙмәттәшлек тә килешеү менән нығытылды. Бынан тыш, бер нисә шәхси килешеүгә ҡул ҡуйылды. Уларҙың береһе Ҡытайҙы бал менән тәьмин итеүгә ҡағыла.  
Бөгөн Башҡортҡортостан делегацияһы Чунцин ҡалаһына килде. Иртәгә Ҡытайҙың 3 мең йыллыҡ тарихлы был төбәктә  «Башҡортостан бизнесы көндәре»  үтәсәк. Шулай уҡ Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Рөстәм Мәрҙәнов менән провинция губернаторының осрашыуы көтөлә.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика