Ҡытай менән аралар яҡыная

Ҡытай менән аралар яҡыная 19.09.2016

Бөгөн Өфөлә Волга буйы федераль округы һәм Ҡытайҙың Харбин таможняһы етәкселәре осрашып хеҙмәттәшлекте нығытырға килеште.

Ҡытайҙың Харбин таможняһы  иң ҙурҙарҙан иҫәпләнә, тап ошо сик аша Алыҫ көнсығышҡа тауарҙар һәм транспорт сығарыла. Осрашыуҙа таможня  аша үткәргәндә декларация алымдарын камиллаштырыу, яңы  заманса алымдарҙы индереү, таможня хаҡын көйләү хаҡында һүҙ барҙы. Был осрашыу тәжрибә уртаҡлашыу маҡсатында ла ойошторола. Ике яҡ араһындағы таможня һорауҙары бик мөһим, сөнки әле Ҡытай менән Башҡортостан араһында тиҫтәгә яҡын инвестиция проекты тормошҡа ашырыла. Волга буйы федераль округы өсөн  Көнбайыш Европа-Көнбайыш Ҡытай халыҡ-ара транзит коридоры ла бик мөһим әһәмиәткә эйә.
Сергей Рыбкин, Волга буйы федераль округының таможня идаралығы етәксеһе: «Халыҡ-ара иҡтисади даирәлә тауарҙарҙың таможня хаҡын кәметеп мәғлүмәттәр биреүселәр ҙә юҡ түгел. Был тәңгәлдә  яңы көрәш схемаларын индереү мөһим. Шулай уҡ алдан таможня декларациялауын ҡулланырға була. Был тауарҙы сик аша үткәреү ваҡытын күпкә кәметәсәк, таможня  аша 2-3 сәғәттә генә үтергә мөмкин буласаҡ».

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку