Ҡышҡы селләлә йәшел ҡыярҙар

Ҡышҡы селләлә йәшел ҡыярҙар 22.01.2015

Алексеевка хужалығы яңы уңыш йыя. Сит илдәрҙән индерергә тыйылған йәшелсә-емешкә алмаш әҙерләү маҡсатында хужалыҡта яңы технологиялар ҡулланыла. Өҫтәмә яҡтылыҡ биреү һөҙөмтәһендә ҡыярҙар күпкә тиҙерәк өлгөрә. Һөҙөмтәлә, ҡыш, йәшелсәләргә ҡытлыҡ осоронда ла , улар көн дә өс-дүрт тонна уңышты кибеттәргә оҙата.

Алексеевка хужалығында эштең ҡыҙған мәле. Йәшелсә йыйыусыларға ял итергә лә форсат юҡ. Ҡыярҙар сүпрәлә үҫкән кеүек, ти хеҙмәткәрҙәр, йыйып ҡына өлгөр. Йәшелсәне ваҡытында өҙөп алмаһаң сифатын юғалта. Тәүҙәрәк уңыш көнөнә бер тонналап йыйылһа, хәҙер көндән-көн арта. Йәшелсә йыйыусылар көнөнә өс-дүрт тонна ҡыярҙы кибеттәргә оҙата. Мул уңыштың сәбәбе өҫтәмә яҡтылыҡ. Теплицаларҙың түбәһенә өс меңдән ашыу ҡеүәте 4 йөҙ ватлыҡ лампалар урынлаштырылған. Өҫтәмә яҡтылыҡ йәшелсәләрҙең үҫешен күпкә тиҙләтә. Ҡыярҙарҙы ҡеүәтле яҡтылыҡ ярҙамында үҫтереү отошлораҡ, ти агрономдар. Һеркәләндереү юлы менән йылына ике тапҡыр уңыш алып булһа, был технология әйләнеште өс тапҡырға еткереү мөмкинлеге биргән. Был иһә ҡышҡы ҡытлыҡ осоронда халыҡты өҙлөкһөҙ йәшелсә менән тәьмин итеү мөмкинлеге бирә. Уңыш йышайтыуҙы сит илдәрҙең санкциялары ла талап итә. Аҙыҡ-түлек өлкәһендә барлыҡҡа килгән бушлыҡты ҡаплау хәҙер үҙебеҙҙең етештереүселәр елкәһендә. Алексеевка хужалығы ошо маҡсатта Рәсәйҙә сығарылған томат гибридын һынап ҡарай. Ярты гектар майҙанда Голландия помидорҙарынан һис тә ҡалышмаған Таганка исемле үҫентеләр ултыртылған. Валентин Король, селекция үҙәге етәксеһе: <em>«Ҡыярҙы өҫтәмә яҡтылыҡ ярҙамында йыл әйләнәһенә үҫтереп өйрәндек. Әммә помидор менән хәл шәптән түгел. Ул башлыса сит илдән индерелә . Шуға күрә томаттарҙың яңы төрөн сығарыу, уңыш арттырыу өҫтөндә эшләргә кәрәк. Беҙ сығарған Таганка гибриды тап ошо талаптарҙы күҙ уңында тотоп сығарылды. Квадрат метрынан 60 килограммдан ашыу йәшелсә йыйып алабыҙ.»</em> Әле Рәсәй халҡы йылына 2 миллион тонна тирәһе йәшелсә-емеш ашай. Уларҙың 6 йөҙ мең тоннаһы ғына үҙебеҙҙә үҫтерелә. Ҡалғаны импорт. Сит илдәргә бәйлелектән тулыһынса ысҡыныу мөмкин түгел, шулай ҙа яңы селекция был маҡсатты тормошҡа ашырыу өсөн тағы бер аҙым.  

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку