Ҡыш бабай тәҙрә аша инеп ҡотлай

Ҡыш бабай тәҙрә аша инеп ҡотлай 21.12.2017

Өфөлә һуңғы йылдарҙа альпинист-тылсымсылар байрамға үҙенсәлекле ҡотлау тәҡдим итә. Ҡыш бабайҙы ярты сәғәткә саҡырыу, ғәҙәттәгенән ҡыйбатыраҡ булһа ла, ата-әсәләр кескәйҙәрен мөғжизәгә ышандырыу өсөн аҡса йәлләмәй. Сауҙа итеүселәр клиенттарын ниндәй акция-ташламалар менән йәлеп итә?

Данис менән Сафинаға Яңы йыл бүләктәр алыу менән башлана. Бөгөн уларға яратҡан уйынсыҡтарын тәҙрәнән Ҡыш бабай үҙе килеп бирҙе. Бәләкәстәр башта аптырап ҡалһа ла, ата-әсәләре һөйләүе буйынса йомарт ҡыш бабайҙы ҡосаҡлап, йыл буйы әҙерләп йөрөгән шиғырҙарын һөйләне.
Тылсымсы үҙ миссияһын үтәгәс, балалар менән һаубуллашып, ингән юлынан, тросс менән кире өҫкә үрмәләне. Хәүефләнәһе түгел, һөнәрем буйынса альпинисмын, ти Ринат Шафиҡов. Уның был ҡылығына уҙып барыусылар сәйерһенеп ҡарай, аңларға була, башҡалала балаларҙы байрам менән үҙенсәлекле ҡотлау ят күренеш. Ярты сәғәтлек Ҡыш бабай 5-6 мең һумға барып баҫа.
Ринат Шафиҡов, ҡыш бабай-альпинист: «Балаларҙың бәхетле йылмауын күреү эшемдән ҡәнәғәтлек алырға булышлыҡ итә. Улар бит мөғжизәгә ышана. Һөнәрем буйынса альпинист булғас, һәр ваҡыт күнекмәләр эшләп тороу мөһим».
Тылсымсының ярты сәғәтлек тамашаһы Яңы йыл төнөндә 20 меңгә барып баҫасаҡ. Ә бына байрам яҡынлашыуы менән кибеттәрҙә, сауҙа үҙәктәрендә хаҡтар киреһенсә төшә. Халыҡтың иғтибарын йәлеп итерлек сағыу реклама таҡталары эшләнгән. Акция, ташламалар хаҡында ишеткән һатып алыусылар кемуҙарҙан магазинға ағыла.
Берәүҙәр яңы йыл алдынан күмәртәләп һатып алыу отошло тиһә, икенселәр бүләк, өҫтәлгә һый табынын әҙерләү өсөн аҡсаны артыҡ сарыф итмәҫкә тырыша. Был мәшәҡәттәрҙе  байрамдар алдынан, йә һуңынан башҡарыу кеҫә ҡалынлығын һаҡлап ҡалыуға булышлыҡ итәсәк, ти белгестәр.
Мөнир Миңлебаев, маркетолог: «Һатыусыларға ашыҡмаҫҡа кәңәш итер инем. Яңы йыл акциялары тамамланаһа ла, тормош бит дауам итә. Әгәр ҙә ышығыс рәүештә нимәлер һатып алыру талап ителһә, отошлоһон табырға мөмкин. Иң мөһиме, сауҙа үҙәктәренә барғанда күтәренке кәйеф менән барырға кәрәк».
Шулай ҙа сауҙа итеүселәр клиенттарын йәлеп итеү өсөн төрлө алымдар ҡуллана. Һатып алыусылар иһә, был тәҡдимдәрҙе ҡулдан ысҡындырмаҫҡа тырыша. Аңлашыла, бындай баҙар шарттарында кемдер ота, кемдер отола.


Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку