Ҡырмыҫҡалының итальян серҙәре баҙарҙы яулай

Ҡырмыҫҡалының итальян серҙәре баҙарҙы яулай 29.10.2016

Төбәктә сыр етештереүҙе ағалы-ҡустылы  фермер Әхмәҙуллиндар  яйға һалған. Әле цехта продукцияның  ике тиҫтәгә яҡын төрө  етештерелә.  Монтазио, Страккино, Рикотта, Моцареллалар ҡиммәтле  сит ил сырҙарынан  бөтөнләй айырылмай. Әле Әхмәҙуллиндар швейцар сырҙарын бешереүҙе лә үҙләштерә башлаған. Бөгөн  йүнселдәрҙең  эш шарттары  һәм киләсәккә пландары менән Республика башлығы ла танышты.

Был хуш еҫле швейцар сыры Белпер Кнолленың тәүге партияһы ғына, әммә  уның һатыуға сығарылыуын көтөп тороусылар күп. Ошо быуат башында осраҡлы рәүештә генә барлыҡҡа килгән сыр гурмандарҙың яратҡан ризығына әйләнеп өлгөргән.  Белпер кнолле өс көн бешерелә, бер ай өлгөрә.
Тиҙҙән был сыр Башҡортостан кәштәләрендә лә үҙ урынын аласаҡ.  Ярты йыл элек сығарыла башлаған итальян сырҙары иһә  һатып алыусыһын тапҡан да инде. Бер килоһына хаҡ меңдән ашыуға ҡарамаҫтан ихтыяж ҙур. Сыр бешереүселәр әйтеүенсә, сифатлы сырҙың осһоҙ тороуы мөмкин дә түгел, сөнки бер килоға ун литрҙан ашыу һөт  тотонола һәм эш ҡул көсө менән башҡарыла. Әле бында тәүлегенә 80 килограммға тиклем ҡаты сорттар, 20 килограмм тирәһе йомшаҡ сыр етештерелә.
Һәр төрлө сырҙы бешереүҙең үҙ нескәлеге, сере бар. Мәҫәлән,   рикотта тәме буйынса эремсеккә тартым, ә бына  качоттаның сорттары күп төрлө. Уға сәтләүек тә, ҡыҙыл борос та, тәмләткес үләндәр ҙә ҡушырға була. Ә моцарелла  өсөн иртәнге һауындағы ҡуйы һөт кенә ҡулланыла.
Республика башлығы сыр бешереү, һаҡлау бүлмәләрен ҡарап сыҡты.Һеҙҙеңэш тәжрибәгеҙҙе ҡулланыу һәм таратыу мотлаҡ, тине Рөстәм Хәмитов.
Йүнселдәр әйтеүенсә,  сыр өсөн һөт бер ферманан ғына алына.  Был продукция өсөн юғары сифатлы, ҡуйы һөт кәрәк. Шуға күрә малдарҙың дөрөҫ туҡланыуы ла мотлаҡ. Икенсенән,  ҡырмыҫҡалы  оҫталары сырға бер ниндәй заралы ҡатнашмалар ҡушмай.
Сыр бешереүҙә һәр бер минут ҡәҙерле, ваҡытында болғамау йәки температураның үҙгәреүе сырҙың тәмен ҡырҡа  боҙоуы мөмкин.  Әхмәҙуллиндар ярты йыл инде ошондай ҡаты режим буйынса йәшәй. Нефтсе һөнәрен сыр бешереүсегә алмаштырғандан алып. Әммә үкенмәй. Киләсәккә лә пландар ҙур.
Цехта хатта сырҙар һаҡланған таҡталар ҙа әһәмиәткә эйә, ул шыршы ағасынан яһалған.  Еҫ сырҙың төп дошманы, шуға күрә бында хушбуй һөртөү йәки косметика ҡулланыу тыйыла. Уның ҡарауы эш классик музыкаһыҙ башланмай. Сыр бешереүселәр  йырлап ҡына  етештереү ҡеүәтен өс тапҡырға арттырырға ниәтләй. Һөт илендә йәшәп эшкәртеү менән шөғөлләнмәү енәйәт, бигерәк тә санкция  шарттар тыуҙырғанда, ти Әхмәҙуллиндар.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку