Йортто асарбаҡтар баҫып алған

Йортто асарбаҡтар баҫып алған 21.10.2016

Өфөнөң Менделеев урамында 2008 йылда төҙөлә башлаған күп ҡатлы йорт әлегәсә тамамланмаған. Ул ғына ла түгел, төҙөлөш бөтөнләй туҡтап ҡалған. Һөҙөмтәлә ҡарауһыҙ объект асарбаҡтар һыйыныр урынға әйләнгән.

Алина Янғуразова 2008 йылдан алып фатирын көтөп ала алмай. Ике бүлмәле торлаҡ өсөн ғаилә ике миллион һумдан ашыу аҡса түләгән. Һигеҙ йыл эсендә Алина университетты тамамлап, кейәүгә сығып, ике бала әсәһе булырға өлгөрә. Ә фатир һаманғаса әҙер түгел.
Алина Янғуразова: «Фатирҙы бындай хәлдә күреүе сирҡаныс. Киләсәктә торлаҡ файҙаланыуға тапшырылһа, беҙ бындағы бысраҡты нисек бөрөрөрбөҙ, башыма һыймай?! Хыялыбыҙҙағы фатирҙы алыр өсөн күпме сығым түктек, асарбаҡтар өсөн түгелдер бит...»
Сүп-сар менән тулы фатирҙар был йортта тиҫтәләрсә иҫәпләнә. Ул ғына ла түгел, төҙөлөш материалдары ла етерлек. бина ҡарауһыҙ булғанға, урында электр сымдарынан елдәр иҫкән.
Күп ҡатлы йортто ваҡытында билдәле, ғауғалы «Меркурий» йәмғиәте төҙөй башлай. 2013 йыл банкроттан һуң, эш  туҡтап ҡала. Килеп тыуған хәлдән ҡотолоу өсөн «Меркурий» йәмғиәтенә ошо йорт эргәһенән тағы ла ер бүлеп бирәләр. Йәнәһе лә, был участкала төҙөлгән йорттағы фатирҙарҙы һатыуҙан алынған аҡса, тәүге подьезды төҙөү өсөн китәсәк. Тик, теләк йәнә бойомға ашмай. Төҙөлөш ойошмаһы тағы ла бурысҡа бата. Дөрөҫөрәге, аҡса ла юҡ, фатирҙар ҙа төҙөлмәй.
Төҙөлөш компанияһы хәҙер баш ҡала хакимиәте менән ҡуртымға мөҙҙәтте оҙайтыуҙы һорай. Тик баш ҡала етәкселеге билдәләүенсә, был мөмкин түгел.
Фатир һатып алыусылар ҡасан йорт туйлар? Ул әле һауалағы ҡош кеүек... Шул уҡ ваҡытта әле тапшырылмаған, тапшырылырға ла уйламаған торлаҡ хужаларына һалым органдарынан түләү ҡағыҙҙары килә лә башлаған.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика