Йортонан, һуңынан ғаиләһенән ҡолаҡ ҡаҡҡан 15.11.2016

Баш ҡалала йәшәүсе ир ағастан торлаҡ  төҙөтәм, тип мутлашыусылар тоҙағына эләгә. Миллион ярым һум самаһы аҡсаһыҙ, өйһөҙ тороп ҡалған ирҙе һуңынан ғаиләһе лә ташлап китә. Ә мутлашыусы мәкерле шөғөлө менән кәсеп итеүен һаман да туҡтатмай. Уның «ҡармағына» хәҙер тиҫтәләп кеше эләккән. Бер төркөм алданыусылар ғәҙеллек эҙләп беҙҙең хәбәрселәргә мөрәжәғәт итте.

Төҙөүсе Иглин районындағы Аҡбирҙе ауылындағы ағас эшкәртеү цехына һәр клиентын алып килгән. Йәнәһе лә, буласаҡ йорттоң бүрәнәләрен күрһәткән. Ысынында иһә, был алым кешелә ышаныс яулауҙың бер өлөшө генә булған. Ҡыҙыу эш барышын күргән кеше, һис икеләнмәйенсә тейешле суммаһын да тапшырған.
Төҙөүсенең офисы тупһаһын йыш тапай башлаған Биккининдар ғаиләһе алданыусыларҙың байтаҡ булыуын асыҡлай. Хәҙер улар Айрат Ғибәҙәтовты күмәкләп эҙәрлекләй. Сөнки башҡа сара юҡ, ти улар. Хоҡуҡ һаҡсылары, яҙған ғариза буйынса эште тиҙләтергә ашыҡмай.
Александр мутлашыусыға миллион ярым һумын тотторған. Аҡсаһыҙ ҙа йортһоҙ ҙа тороп ҡалған ирҙән ҡатыны ла сығып киткән.
Төҙөүсе фирманы ысынлап та, тиҙ генә табырлыҡ түгел. Ойошма өс юридик адрес буйынса теркәлгән. Ләкин береһендә лә тейешле кешеләрҙе осратмаҫһың.
Шулай ҙа иғландар сайттарында йорттар төҙөп бирәм тигән реклама һаман да тора бирә. Беҙҙең шылтыратыуға ла төҙөүсе урманда ағас сығарыу меән мәшғүлмен, тип яуапланы.
Ләкин ағас эшкәртеү цехы ғына бер ҙә эшләгәнгә оҡшамаған.  Хеҙмәткәрҙәр юҡ, ә урман ташыусы техника күптән инде урынынан ҡуҙғалмаған. Тимәк, йорт төҙөтәм тип кәкре ҡайынға терәлеп ҡалыусылар тағы ла булмаҫ, тимә.


Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика