Йорт төҙөлгән, әммә йәшәргә ярамай

Йорт төҙөлгән, әммә йәшәргә ярамай 10.01.2017

Нефтекама ҡалаһының Комсомол проспекты 43-сө йортта фатир һатып алыусылар һаманға тиклем торлаҡһыҙ ҡала. Төҙөлөшкә аҡса индереп алданыусыларҙан айырмалы,  был осраҡта йорт төҙөлгән. Асҡыстар ҙа ҡулда. Бар бәлә йылылыҡ булмауында. Төҙөүсе ойошма халыҡты хәҙер инде йылдан ашыу вәғәҙәләр менән генә йылытып тота. Ләкин мөнәсәбәттәр һыуынғандан-һыуына.

Елена Нуриәхмәтованың фатиры йәшәргә яраҡлы тиһәң дә була. Коммуникациялар үткәрелгән, ремонт яһалған. Обойҙар йәбештереп мебелде урынлаштырырға ғына ҡалған. Шуға ҡарамаҫтан, ике балалы ғаилә  аҡса түләп сит кеше фатирында йәшәргә мәжбүр.
Елена кеүек торлағы булып та кеше өйөндә йәшәүселәр 130 тирәһе. Комсомол проспекты 43-сө  б йортта фатир һатып алыусыларҙың барыһы ла ошо хәлдә ҡалған. 2015 йылдың йәйендә үк файҙаланыуға тапшырылырға тейеш торлаҡ һаман да бикле тора. Ә бит йорт туйлау өсөн күп тә эш ҡалмаған.
Мәсьәләне хәл итеү өсөн төҙөлөш ойошмаһы  йылылыҡ менән тәьмин итеүсе БАШ РТС компанияһына  тоташтырыу өсөн генә аҡса түләргә тейеш. Ә беҙҙә әлегә ундай аҡсалар юҡ, ти «Интеграл» йәмғиәте.
Мәсьәләне «Интеграл» йәмғиәтенең бөлгөнлөккә төшөүе лә киҫкенләштерә генә. Үҙ милкен һатмай тороп был күләмде табыуҙары икеле. Ә бит уларҙан башлаған эштәрен тамамлауҙарын һораған кешеләр бер Нефтекмала ғына түгел. Ойошма тотош Башҡортостанда, хатта күрше төбәктәрҙә лә төҙөлөш эштәре алып барған.


Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика